Был акция 15 февралдән 2 мартҡа тиклем үтә. 3-сө мәктәптә быйылғы сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытын һүрәтләгән эшлекле уйын ойошторолдо. Унда барлығы 70 ата-әсә ҡатнашты. Район мәғариф бүлеге начальнигы Ф. Р. Хужин үҙе лә был көндө парта артына ултырған. Ата-әсәләр ҙә уҡыусылар кеүек паспорт, ҡара гель ручка менән килгән. Уларға шулай уҡ һыу һәм шоколад алып инергә рөхсәт ителгән.