Рөстәм Рәмил улы спортта район данын яҡлап үҫкән, ә хәҙер Борайҙы танытыусы спортсылар тәрбиәләй. Ул балалар менән бергә туп артынан йүгерә, шахмат уйнай, үҙебеҙҙең КВН-сы егет булыуы менән ышаныс та, хөрмәт тә яуланы.
Рөстәм Муллағәлиев Борай гимназияһында уҡығанда шахмат, баскетбол, футбол менән шөғөлләнә, районда “Аҡ ладья” шахмат турнирының тәүге призерҙарының береһе була. 2000 йылда Бөрө кооператив техникумына уҡырға кергәс, кисен йәмәғәтселек башланғысында тренер була, уҡыу йорто командаһын ярыштарға әҙерләй. Юрист-хоҡуҡ белгесе дипломын алып, районда асылған шахмат мәктәбендә тренер булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙе лә шул балалар тормошонан айырылып ҡына килгәнгәлер, 19 йәшлек егет малай һәм ҡыҙҙарҙы үҙ артынан эйәртә, туплай, еңеүҙәргә рухландыра. Унан баскетбол, футбол, хоккей буйынса тренер итеп билдәләнә. Ошо осорҙа Бөрө дәүләт социаль академияһының эшҡыуарлыҡ һәм технология факультетын тамамлауы тормошҡа ҡарашын киңәйтә.
Мини-футбол секцияһын ул 2014 йылдан алып етәкләй. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. “Мәктәптә мини-футбол” Бөтә Рәсәй проектында республикала — вице-чемпион (2015), Мәғариф министрлығы беренселегендә (2017) һәм Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы финалында (2017) III урын — йәш спортсыларҙың тренерҙары менән берлектә яулаған һөҙөмтәләре.
2011-2012 йылдарҙа "КЭС-баскет" буйынса турнирҙарҙа республика төбәк ярыштарында еңеп (бының өсөн команда форма менән бүләкләнә), Ҡырмыҫҡалыға финал ярыштарына барыу хоҡуғын яулайҙар. Унан Борай командаһы Өфөлә үткән супер-финалға ҡунаҡ булараҡ саҡырыла. “Ҡыҙғылт һары туп” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының республика этабы финалында 2016 йылда — II урын, “КЭС-баскет”тың девизиональ этабында ҡыҙҙарҙың — I, егеттәрҙең II урын яулауы (2017), быйыл ғинуарҙа Шишмә районында үткән “КЭС-баскет” лигаһының төбәк этабында һәм июндә урам баскетболында ҡыҙҙарҙың республика чемпионы дәрәжәһенә күтәрелеүе — уңыштар теҙмәһенең һөйөнөслө дауамы. Тренер еңеүҙәр өсөн генә эшләмәй, уның төп маҡсаты — балаларҙың сәләмәт тормош алып барыуы, спортҡа ынтылышы. Уның фекеренсә, баскетбол, футбол — икенсе шахмат. Оҫталыҡ менән бергә уйлай белеү, комбинациялар табыу, ҡаршылыҡ ҡуйыу, тиҙ арала дөрөҫ ҡарарға килеү бик мөһим. Ул уйынсыларға китап уҡырға һәм шахмат уйнарға кәңәш бирә. “Баскетболсы ҡыҙҙар — барыһы ла уҡыу алдынғылары”, — ти ғорурлыҡ менән тренер. Баскетбол менән балалар I кластан шөғөлләнә башлай, әлеге чемпиондарға алмаш үҫә.
Күп яҡлы ҡыҙыҡһыныу Рөстәм Рәмил улының үҙенә лә хас. Ул оҫта КВН-сы, үҙе лә уйнай, балаларҙы ла әҙерләй. Шаян миниатюраларҙы ҡустыһы Салауат менән бергә уйлайҙар. 2011 йылда “Юғары телевизион лига”ла Борай командаһы “Миҙгел асышы” номинацияһына лайыҡ була һәм 21 команда араһында II урын яулай. “Юғары уҡыу йорттары кубогы”нда “БДУ” (Борай дәүләт училищеһы) исеменән сығыш яһағандарын райондаштар хәтерләйҙер әле. “Табанан ғына төшкән” Борай командаһы студенттар менән ярышып, III урынға лайыҡ була. Йәш КВН-сылар 2013 йылда “Юморина”ны еңә, “Татар лигаһы”нда I урын яулай. ЮХХДИ линияһы буйынса уҙа торған “Бала саҡтың хәүефһеҙ тәгәрмәсе” КВНында Рөстәм Рәмил улы әҙерләгән команда бер нисә йыл рәттән призлы урындар алып килә. Йәшлек һәр саҡ йәнәшә булһа ла, ваҡыт тренер тормошона етди аҙымдар өҫтәй. “Йәш гвардия” ойошмаһынан район Советына депутат итеп һайланыу Рөстәм Рәмил улының гражданлыҡ позицияһын, сәйәси өлгөргәнлеген һәм иңдәренә оло яуаплылыҡ алырға әҙер булыуын күрһәтте.
— Быға тиклем балалар, йәштәр ҡыҙыҡһыныуҙары менән йәшәһәм, депутат булараҡ, өлкән быуынды борсоған мәсьәләләр менән ныҡлап таныштым. Федераль сиктәрҙән сыҡмайынса закондар менән эш итеп, район өсөн күберәк файҙалы ғәмәлдәр башҡарыу мөмкинлеген үҙ практикамда кисерҙем, тәжрибә тупланым. Икенсе ҡабат кандидат булып теркәлгәс тә, участкалағы ауылдарҙа һәр йортҡа инеп, һайлаусыларым менән һөйләшеп сыҡтым. Был да халыҡ фекерен белеүҙә, кешеләр менән эшләүҙә ҙур ярҙам булды, — ти район Советы эргәһендә йәштәр советы рәйесе Рөстәм Муллағәлиев.
Рөстәм Рәмил улы хәстәрлекле, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Винария менән улдары Диниярҙы, ҡыҙҙары Рузалинаны тәрбиәләйҙәр. Үҙ тырышлыҡтары менән матур донъя ҡорғандар. Уңышлы тренер, физкультура уҡытыусыһы һәм әүҙем йәмәғәтсе, аҙмы-күпме эшҡыуарлыҡҡа ла тартыла икән, шуға уның “көн етмәй”, тигәнен аңларға була.
Яҡшы белгестәр ҡайҙа ла кәрәк, спорт уңыштарын күреп, тренерҙы башҡа ергә эшкә саҡырыусылар ҙа юҡ түгел. Тик ул, үҙе әйткәнсә, тыуған еренең ысын патриоты. Тыуған төйәгенә игелек өҫтәйһе йылдары алда әле!