Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2019, 16:39

Мишкәнең үҙ эшенә тоғро уҡытыусыһы

Альбина Ғәзизулина Флорид Бүләков исемендәге Мишкә 1-се лицейында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта. Тыумышы менән Ҡыйғаҙытамаҡтан ул. Альбина Ғәбит ҡыҙының нәҫел ептәре Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһенә барып тоташа.

Ауыл мәктәбен тамамлағас, әсәһенең юлын һайлап, Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Диплом алғас, 1986 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. 2003 йылдан башҡорт теле дәрестәрен алып бара. Бына 32 йыл инде Альбина Ғәбит ҡыҙы мәктәп тормошонда ҡайнай. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан уҡытыусы эшенә бик яуаплы ҡарай. Һәр дәрескә төплө әҙерләнә, төрлө таратма, күргәҙмә материал әҙерләй. Шуға күрә лә уның дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Һәр балала башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бар тырышлығын һала. “Үҙ эшенә тоғро һәм балалар өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итеүсе уҡытыусы ул”, — ти Альбина Ғәбит ҡыҙы тураһында хеҙмәттәштәре.
Ижади эшләүсе уҡытыусының уҡыусылары район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәҫәлән, Эльнара Ғәзизулина ике йыл рәттән башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урындар яулай (һүрәттә).
Альбина Ғәбит ҡыҙы 2009 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабында еңеүгә ирешә. Артабан район данын республика этабында яҡлай. Тәжрибәле уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 2018 йылда уға РФ Фән һәм мәғариф министрлығының Почет грамотаһы тапшырыла.
Тормош иптәше Рәмил менән ике ҡыҙға — Юлиә һәм Эльнараға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙҙары ла тырыш, уңған. Юлиә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Республика балалар дауаханаһында табип-аллерголог булып уңышлы эшләп йөрөй. Кесе ҡыҙҙары Эльнара Өфө дәүләт нефть техник университетының II курсында белем ала.
Альбина Ғәзизулина бар эшкә лә оҫта, матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә лә. Тәҙрә төптәрендә матур гөлдәр үҫтерә. Өйө һәр ваҡыт бөхтә итеп йыйыштырылған. Аш-һыуға ла оҫта ул.
Уңған ғаилә ҙур баҡса тота. Унда төрлө ҡыуаҡтар, ағастар ултыртҡандар. Йәй көндәрендә еләк-емеш, шифалы үләндәр йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр.
— Аллаға шөкөр, ғаиләмдән, эшемдән уңдым. Балаларым, тормош иптәшем минең таянысым. Улар һәр ваҡыт ярҙам итеп, яңы үрҙәр яуларға этәргес булып тора. Һөнәремде яратам, балалар менән эшләү минең өсөн ҙур бәхет. Бурысым – уҡыусыларға туған телде, әҙәбиәтте өйрәтеү, халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын пропагандалау, балаларҙа милли үҙаң, ғорурлыҡ хистәре уятыу һәм, иң мөһиме, һәр яҡтан үҫешкән шәхес тәрбиәләү, — ти Альбина Ғәбит ҡыҙы.
Читайте нас: