Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ғинуар 2019, 13:09

Кисә Ҡариҙел Мәҙәниәт йортонда ата-әсәләр йыйылышы үтте


Фойела республика уҡыу йорттары презентацияһы үтеп, факультеттар, һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт бирелде. Уҡыусылар бында юғары уҡыу йорттары, колледждар вәкилдәренә һорауҙарын шәхсән бирә алды.

Сара башында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин сығыш яһаны. Сығышында уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтҡандарға ярҙам саралары тураһында ла әйтеп үтте: ер участкалары бүлеү, сиратһыҙ балалар баҡсалары,федераль һәм республика торлаҡ программаларында ҡатнашыу.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинованың имтихандарҙың нисек үтеүе, яңылыҡтар тураһында һөйләүе ата-әсәләр өсөн файҙалы булды. Артабан уҡыу йорттарынан вәкилдәр сығыш яһаны.
Читайте нас: