Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2019, 17:12

Асҡында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһе үтте


Районда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында "Йыл уҡытыусыһы-2019" бәйгеһе уҙҙы.


Унда Петропавловка мәктәбенән Эльвира Лотфуллина, Ҡубияҙҙан Резеда Ғәлләмова, Сураштан Вәрисә Садыҡова, Ҡашҡанан Зөлфиә Ғәлиева һөнәри оҫталыҡта көс һынашты.

Бәйге өс турҙан торҙо. Иң беренсе уҡытыусылар дәрес күрһәтте. Артабан үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлеген яҡланы. Оҫталыҡ дәресе үткәреп, ҡарап ултырыусыларҙы ла “эшкә ектеләр”. Бөтәһе лә ихлас шиғыр яҙҙы, һүрәт төшөрҙө, йырланы. Уҡытыусылар бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, “уҡытыусы” тигән оло исемгә лайыҡ булыуҙарын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Жюри тарафынан Эльвира Лотфуллина еңеүсе тип табылды. Вәрисә Садыҡова — “Ижади эшләүсе педагог”, Зөлфиә Ғәлиева — ”Иң яҡшы дәрес”, Резеда Ғәлләмова “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияларында билдәләнде.

Сара бер тында үтеп, уҡытыусыларға артабан да илһамланып эшләргә көс, дәрт өҫтәне.
Читайте нас: