Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Декабрь 2018, 17:05

Борайҙан Эльвира Хәлилова Бөтә Рәсәй конкурсында “Туристик-тыуған яҡты өйрәнеү” номинацияһында II дәрәжә лауреат булды

Борайҙан Эльвира Хәлилова Бөтә Рәсәй конкурсында “Туристик-тыуған яҡты өйрәнеү” номинацияһында II дәрәжә лауреат булды

“Йөрәгемде балаларға бирәм” өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабы ошо көндәрҙә Ырымбур ҡалаһында үтте. Унда Борай Балалар ижады йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы, конкурстың республика, Бөтә Рәсәй ситтән торған этаптары еңеүсеһе Эльвира Хәлилова ҡатнашты. Барлыҡ бәйгеләр һөҙөмтәләре буйынса Эльвира Сергеевна “Туристик-тыуған яҡты өйрәнеү” номинацияһында II дәрәжә лауреат булды.