Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2018, 17:46

Тәжрибәле тәрбиәсе, танылған педагог Резида Дилмөхәмәтова башҡорт телен өйрәнеүгә, һаҡлауға ҙур өлөш индерә

«Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле нәмә — тәрбиәле балалыр», — ти аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдинов. Ә бала тәрбиәләүҙең яуаплылығын үҙ иңендә татығандар ғына ныҡлы төшөнәлер. «Йылмайыу» 7-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Резида Йыһанур ҡыҙы Дилмөхәмәтова өс тиҫтәнән ашыу ошо яуаплы эште йөкмәй.


Резида Йыһанур ҡыҙы 1962 йылдың 16 ноябрендә Архангель районы Абҙан ауылында тыуа. Йәмле Инйәр буйында тыуып үҫкән тырыш, белемле ҡыҙҙы яҙмыш елдәре күп милләтле Бөрө ҡалаһына килтерә. Ул саҡтағы Бөрө дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлаған йәш белгесте балалар тормошо нығыраҡ ылыҡтыра. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләүҙе маҡсат итеп, эш башлай.

Резида Дилмөхәмәтова үҙен эш һөйөүсән, үҙ-үҙенә талапсан педагог итеп танытып өлгөрә. Балалар тәрбиәләү методикаһын яҡшы белә: һәр ваҡыт сабыйҙарҙы ҡыҙыҡһындыра ала, уйын аша тормоштоң матурлығын күрә белергә өндәй. Ата-әсәләрҙе бергә ойоштороп, дөйөм эшкә — үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтә. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ кескәйҙәрҙә башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына, әҙәбиәтенә һөйөү сатҡылары, илһөйәрлек тәрбиәләй. Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү төшөнсәләре лә ситтә ҡалмай.

1996 йылда ул балалар баҡсаһы мөдире Флүрә Шәйбәкова менән берлектә, беренселәрҙән булып, балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеүҙе яйға һала. Тәүге йылдарҙа, махсус программалар нәшер итеп өлгөрмәгәнлектән, булғандарын ҡала мөхитендә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн ҡулайлаштырып эшләргә тура килә. Ә 2006 йылда Резида Йыһанур ҡыҙы ошо уҡ балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы итеп күсерелә. Мөләйем йөҙ, сағыу һәм яғымлы тауыш, төҙөк һөйләмдәр, мауыҡтырғыс дәрестәр балалар күңелен тиҙ арбай. Баҡсалағы һәр милләт балаһы өсөн башҡорт теле дәресе көтөп алынған байрамға әүерелә. Ләкин ата-әсәләрҙең яратҡан тәрбиәселәренең төркөмгә кире ҡайтыуын һорап яҙған ғаризалары буйынса Резида Дилмөхәмәтова ҡабат үҙ төркөмөнә ҡайтарыла. Етмәһә, көнөнә дүрт сәғәтлек дәрестән һуң бушап ҡалған бүлмәлә ул үҙен бушлыҡта тороп ҡалған һымаҡ хис итә башлай. Көн буйына бала-сағаларҙың күңелле тауышына, сыр-сыуына күнеккән тәрбиәсегә был эш бик аҙ күренә, күңел хистәрен ҡәнәғәтләндермәй кеүек. Ул туған тел дәресен ҡабаттан түңәрәккә ҡалдырырға мәжбүр була.

Бөрө ҡалаһындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ та, тәрбиәсе булараҡ та юғары категорияға эйә берҙән-бер белгес ул. Хеҙмәт стажы ҙур булған педагог йыш ҡына асыҡ дәрестәр бирә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша. «Тылсымлы тәбиғәт донъяһына сәйәхәт», «Айгөл исемле ҡурсаҡта ҡунаҡта», «Ҡуян-малай» һәм башҡа темаларға асыҡ дәрестәр бирә, уйын-инсценировкалар ҡуя, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтә. «Йылмайыу» 7-се балалар баҡсаһы базаһында Бөрө районы һәм ҡалаһы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының өлкән тәрбиәселәре араһында «Күп милләтле төркөмдә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү» темаһына "түңәрәк өҫтәл" ойоштора. Бер нисә йыл инде ошо уҡ йорттағы «Дуҫлыҡ» Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте музейы етәксеһе булып эшләй.

Туған телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау проблемалары буйынса үткәрелгән ҡала, республика-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның «Яҡшылыҡ һәм аҡыл сығанағы булараҡ башҡорт фольклоры тураһында» исемле мәҡәләһе төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция материалдары йыйынтығында баҫылып сыҡты.

«Башҡорт теленә өйрәтеү аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тыуған яҡ менән таныштырыу» исемле методик дәреслек авторы ла Резида Дилмөхәмәтова. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса төҙөлгән әсбап башҡорт теле уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә һәм ата-әсәләргә тәғәйенләнгән. Унда һәр төркөм өсөн башҡорт телен өйрәнеүҙең перспективалы планы, уҡытыу методтары һәм алымдары, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙәге проблемалар буйынса ата-әсәләр һәм башҡа педагогтар менән эш төрҙәре бирелгән. Шулай уҡ ҡушымта рәүешендә дәрестәрҙең яҡынса планы, дидактик күнегеүҙәр һәм уйындар, ата-әсәләргә анкета һорауҙары урын алған.

Резида Йыһанур ҡыҙы шулай теоретик белемен практикала оҫта файҙаланып, үҙләштергәнде теоретик сағылдырып, үҙ эшен яратып башҡара. Ҡала, район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа бер нисә йыл рәттән беренсе, икенсе урындарҙы яулауы, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса төҙөлгән методик дәрес һәм кисә өлгөләренең «Иң яҡшы кисә», «Иң яҡшы дәрес» номинацияһы еңеүсеһе булыуы быға асыҡ миҫал.

Бөрө район хакимиәте лә, мәғариф идаралығы ла Резида Йыһанур ҡыҙының тырыш хеҙмәтен юғары баһалай. «Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе һәм күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнгән.

Тәрбиә сығанағы ғаиләнән булһа ла, күп ваҡытын балалар баҡсаһында үткәргән кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаһы – икенсе өй, ә тәрбиәсе – икенсе әсә. Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған баланы тәрбиәләүҙә Резида Дилмөхәмәтованың хеҙмәт өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Ә эшһөйәрлекте, маҡсатҡа ынтылып йәшәүҙе ул әсәһенән, үҙе уҡыған Абҙан урта мәктәбенән алған. Әсәһе Хәлиҙә Сәфәрғалина ла мәғариф алдынғыһы булған. Бар ғүмерен мәктәпкә, уҡыусыларға бәйләгән уҡытыусы-методист Резида Дилмөхәмәтованың ҡыҙы Нелли Вячеслав ҡыҙы ла уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Шулай ҙа урта мәктәпте миҙалға тамамлаған ҡыҙҙы сит телдәр нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Күп уйлап тормай, бер ауырлыҡһыҙ Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, яҡшы уҡыған ҡыҙ Президент стипендиаты була, академияны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әлеге көндә Нелли Вячеслав ҡыҙы – Өфө ҡалаһындағы Лингвистик академияла инглиз теле уҡытыусыһы. Күптән түгел Лондон университетында үткәрелгән конкурста ҡатнашып, «Класс оҫтаһы» сертификатын алған.

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Өләсәй, әсәй һәм ҡыҙ – барыһы ла уҡытыусылар. Ябай ғына уҡытыусылар түгел, ә үҙ һөнәрҙәрен яратып, ысын күңелдән башҡарған педагогтар. Уңыштарға өлгәшеүҙең дә асылы шунда түгелме икән?! Моғайын, Неллиҙың ҡыҙы Камилла ла уҡытыусы һөнәрен һайлар…Беҙ уларға эштәрендә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: