Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2018, 19:40

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте

Бөгөн Асҡын 1-се мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы hәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып, уҡыусылар араһында район бәйгеһе үтте. Унда 14 мәктәптән 47 уҡыусы арҙаҡлы яҙыусының әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Мәктәп турында еңеү яулаған уҡыусылар бында ла һынатманы. Гран-приҙы Ҡашҡа мәктәбенән Дилә Хажиәкбәрова яуланы. Конкурста ҡатнашҡан һәр бала район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Читайте нас: