Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Октябрь 2018, 18:42

Мишкә районының башҡорт теле уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты

Күптән түгел райондың башҡорт теле уҡытыусылары район методик кәңәшмәһенә йыйылды. Сара Али Карнай исемен йөрөткән Оло Шаҙы мәктәбендә үтте. Унда райондың 18 мәктәбенән башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты.

Оло Шаҙы — районда башҡорт ауылдарының береһе. Был ауыл республикаға Али Карнай, Флорид Бүләковты биргән. Ун бер йыллыҡ мәктәптә быйыл 60 бала белем ала. Бирелә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен тәжрибәле уҡытыусы Әнисә Закирова һәм йәш белгес Инзилә Ситдиҡова алып бара.

Сара Инзилә Илүс ҡыҙы Ситдиҡованың 7-се класта үткәрелгән “Башҡортостандың 100 исеме. Али Карнай” темаһына дәрес менән башланып китте. Уҡытыусының дәресе бик уңышлы һәм фәһемле, тәрбиәүи моменттарға бай ине.

Артабан уҡытыусылар иғтибарына Әнисә Фаат ҡыҙы Закирова әҙерләгән “Ситән буйында” исемле кластан тыш сара тәҡдим ителде. Балаларҙың башҡорт телендә шундай таҙа, матур итеп һөйләшеүе, халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәрен, милли уйындарын белеүе, йырҙарын башҡарыуы беҙҙең күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Шуныһы ҡыуаныслы, Оло Шаҙы мәктәбендә халҡыбыҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙҙәттәренә арналған саралар даими уҙғарылып тора. Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүсе уҡытыусыларға тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтергә ҡала.

Кәңәшмәне йомғаҡлап Ф. Бүләков исемендәге 1-се һанлы Мишкә лицейы уҡытыусыһы Альбина Ғәбит ҡыҙы Ғәзизулина “Илһөйәр шәхес тәрбиәләү алымдары” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Асыҡ дәрес, кластан тыш сара, оҫталыҡ дәресе уҡытыусылар тарафынан юғары баһа алды.

Шулай уҡ кәңәшмәлә башҡорт баҫмаларына яҙылыу мәсьәләһе күтәрелде. Райондың башҡорт теле уҡытыусылары “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә дәррәү яҙылды.

Оло Шаҙы ауылында үткәрелгән кәңәшмә бик фәһемле булды. Бында уҡытыусыларҙы борсоған мөһим проблемалар күтәрелде, улар үҙ-ара аралашып, тәжрибә уртаҡлашты. Осрашыу уҡытыусылар күңеленә рух һәм дәрт өҫтәне, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: