Бөгөн — тәбиғәттең төҫлө япраҡтарға күмелеп, тағы ла матурланған сихри көндә бар мәктәптәрҙә Уҡытыусылар байрамын тантаналы итеп уҙҙыралар. Балалар яратҡан уҡытыусыларына гөлләмәләр, ҡотлау һүҙҙәре яҙылған открыткалар бүләк итә.
Мин үҙемдең яратҡан уҡытыусым тураһында һөйләп үткем килә. Беренсе тапҡыр мәктәпкә килгәс, мине Зөлфиә Хәйҙәр ҡыҙы Шәрипова ҡаршы алды. Уның беҙҙе яғымлы тауышы менән сәләмләп, ихлас йылмайып ҡаршы алыуын әле лә хәтерләйем. Уны беҙ бик ныҡ яратабыҙ. Ғәҙел, түҙемле һәм сабыр уҡытыусыбыҙ дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп алып барғанға, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Темаларҙы аңламаһаҡ, ҡат-ҡат аңлата. Яҡшы менән яманды айырырға, дөрөҫ итеп һөйләшергә өйрәтә. Ул бөтә һорауҙарҙың да яуабын белә.
Зөлфиә Хәйҙәр ҡыҙы беҙҙе төрлө сараларҙа ҡатнаштыра, бәйгеләргә әҙерләй. Призлы урындар алыуыбыҙ уның өсөн дә ҙур шатлыҡ. Ул яҡшы кеше булып үҫһен өсөн тырыша. Уңыштарыбыҙға һөйөнә, ҡыуаныстарыбыҙҙы уртаҡлаша.
Уҡытыусылар көнө менән һеҙҙе ҡотлап, ғаилә бәхете, ҡоростай таҙалыҡ теләйем. Беҙ һеҙҙе гел хөрмәт итәсәкбеҙ һәм яратасаҡбыҙ.
Ирина Ғаязова, III класс уҡыусыһы, Борай Балалар ижады йортоноң “Йәш хәбәрселәр” берләшмәһе ағзаһы.