Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 12:24

Борай районы Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Луиза Мөфтиева уҡытыусыһы Зөлфирә Шакирова менән форумда ҡатнашты

Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе Луиза Мөфтиева уҡытыусыһы Зөлфирә Шакирова менән Өфөлә “Башҡортостан өмөтө-2018” форумында ҡатнашты. Унда олимпиада еңеүселәрен, призерҙарын һәм уларҙың уҡытыусыларын тәбрикләнеләр. Сараның беренсе өлөшө Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика сәнғәт гимназия-интернатында үтте. Уҡытыусылар һәм балалар “Башҡортостан өмөтө” аллеяһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашып, 20 төп ағас үҫентеһе ултыртты. Форумдың тантаналы өлөшө Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында булды. Ҡатнашыусыларҙы мәғариф министры Г. Шафиҡова һәм башҡалар тәбрикләне. Аҙаҡта балалар Сыңғыҙ Айтматов повесы буйынса спектакль ҡараны.
Читайте нас: