Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2018, 14:58

Борай районынан тәрбиәсе Миләүшә Баһауетдинова ла балалар күңеленә асҡыс таба белә

Балалар баҡсаһында сабыйҙарҙың иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе, әсәй урынына хәстәрләүсе кеше — ул тәрбиәсе. Ҡоҙаш ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Миләүшә Баһауетдинова ла балалар күңеленә асҡыс таба белә.


Миләүшә Фидүс ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү белгеслеге буйынса Нефтекама педагогия колледжында уҡый. Ә 2017 йылда ошо уҡ белгеслек буйынса Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһын тамамлай. Алсаҡ йөҙлө, изге күңелле тәрбиәсенең дөйөм эш стажы — 18 йыл, юғары категорияға эйә.

Миләүшә Фидүс ҡыҙы тормош иптәше Илшат Өлфәт улы менән өс бала тәрбиәләй. Оло улдары Асҡын районының “Танып” шифаханаһында медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Уртансы ҡыҙҙары Өфө политехник колледжының Бөрө филиалында уҡый. Ә кесе ҡыҙҙарына әле ни бары биш йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Был уңған ғаилә күптәргә өлгө булып тора. Баҡсаларында төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр, мал-тыуар аҫрайҙар.

Мин үҙ эшемде, балаларҙы бик яратам. Үҫеп килгән быуынға яҡшы тәрбиә биреү — бик яуаплы бурыс. Тәрбиәсе, тәү сиратта, бала йәнле, эскерһеҙ һәм яғымлы булырға тейеш. Бала саҡ — кеше тормошонда мөһим, яҡты, ҡабатланмаҫ осор. Сабыйҙың бала сағы нисек үткән, тормошта уны кем етәкләгән, әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙең, дуҫтарҙың йоғонтоһо — киләсәктә уның кем булыуы ошоларға бәйле. Беҙ ғәжәйеп ҡатлаулы осорҙа йәшәйбеҙ. Замана тәрбиәсеһе ниндәй булырға тейеш һуң? Ул балаларҙы яратырға, уларҙың тормошо, уй-хыялдары менән янып йәшәй белергә тейеш. Тәрбиә эше ҙур сабырлыҡ, күңел йомартлығы талап итә торған оҙайлы эшмәкәрлек. Шунлыҡтан, тәрбиәсе күп белергә, балаларҙы ҡыҙыҡтырырға тейеш. Ә быға эҙләнеп, белемеңде һәр ваҡыт байытып торғанда, үҙ эшеңдең ысын оҫтаһы булғанда ғына ирешергә мөмкин. Яңыса тәрбиә алымдары, яңы технологиялар, традицион булмаған ысулдар ҡулланыу менән бер рәттән, әҙәби мираҫыбыҙ — халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен, милли-төбәк компоненттарын да онотмаҫҡа кәрәк. Тәрбиәләнеүселәрем тормошта үҙ урынын табыр, тип ышанам. Әгәр ҙә араларында ошо һөнәрҙе һайлаусылар ҙа булһа, минең өсөн ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ, — ти һөнәренә ғашиҡ Миләүшә Фидүс ҡыҙы.

Шулай итеп, заман талаптарына яуап бирерлек итеп балалар тәрбиәләү өсөн һәр ваҡыт эҙләнергә, яңылыҡтар асырға, яңы идеялар менән янып йәшәргә кәрәк. Миләүшә Баһауетдинова нәҡ шундай тәрбиәселәрҙең береһе.


Марсилә Шәрипова.
Читайте нас: