Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2018, 13:45

Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында мәктәп төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша

Тиҙҙән ҡыңғырау сыңлаясаҡ

Ҡариҙел — республикала иң матур райондарҙың береһе. Тәбиғәт матурлығы менән бер рәттән муниципалитеттың инфраструктураһы ла үҫә, ҙур төҙөлөштәр алып барыла.
Һуңғы биш йылда ғына беҙҙә бик күп объекттар файҙаланыуға тапшырылды. 21 фатирлы социаль йорт, “Әхмәт” мәсете, 2-се балалар баҡсаһы, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге, Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған ҡариҙелдәргә һәйкәл, “Сәләмәтлек һуҡмағы”, күҙәтеү майҙаны, Социалистик хеҙмәт геройы В.С. Дульцев исемендәге сквер, Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға стела асылыуы быға асыҡ миҫал булып тора.
Ҡариҙелдәрҙе Абыҙ ауылында балалар баҡсаһы менән бер түбә аҫтындағы мәктәп төҙөлөшөнөң ниндәй этапта булыуы ҡыҙыҡһындыра.
— Әлеге ваҡытта эштең 90 проценттан күберәге башҡарылды. Фасад булдырылды һәм түбә ябылды, йылылыҡ, һыу, электр үткәрелде. Территорияны планлаштырыу һәм асфальт йәйеү эштәре бара. Балалар баҡсаһы өсөн беҙ беседкалар һәм уйын майҙаны өсөн нигеҙ эшләнек, оҙаҡламай ҡаласыҡ ҡуярға ла мөмкин буласаҡ. Әлеге ваҡытта бүлмәләр буятыла. Ашхана өсөн яйланмалар ҡайтарылды. Объектты тиҙҙән тапшырырға планлаштырабыҙ, — тип һөйләне төҙөлөш бригадиры Ф. Әхмәҙишин.
Хәҙерге заман талаптары буйынса төҙөлгән ошо иркен һәм яҡты кластарҙа уҡыуы балаларға ысынлап та рәхәт буласаҡ. Иң мөһиме — ата-әсәләр боҙ киткән һәм боҙ туңған осорҙа сабыйҙарыбыҙ мәктәпкә нисек барыр икән, тип борсолмаясаҡ.
Артур Афзалов.
Автор фотоһы.
Читайте нас: