Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2018, 12:11

Ҡариҙел районы Ҡортлокүл мәктәбе коллективы яңы уҡыу йылын яҡшы күрһәткестәр менән башланы

Ҡортлокүл урта мәктәбе — 60 уҡыусынан һәм 14 уҡытыусынан торған берҙәм коллектив. Белем усағы юғары һөнәри сифаттарға эйә булған тәжрибәле уҡытыусылары менән дан тота. Уларҙың хеҙмәт һөйөүсәнлеге, ижади эҙләнеүе, уҡытыу процесын даими рәүештә төрләндерергә тырышыуы дәрестәрҙе бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итә.

Ҡортлокүл мәктәбен тамамлаусылар берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа ла лайыҡлы нәтижәләр күрһәтә. Мәҫәлән, Нурия Йомаева рус теле буйынса 85 балл йыйған, ә Алина Ғәлимйәнованың — инглиз теле буйынса районда иң юғары күрһәткес (уҡытыусыһы Мөслимә Нәбиуллина). Башҡортостан Республикаһының урта дөйөм белем биреү ойошмаларының XI класс уҡыусылары араһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларын белеүгә республика диктанты призерҙарын әҙерләгән өсөн педагогтар коллективы һәм мәктәп директоры Нәфис Ғәлимйәновҡа республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев рәхмәт белдерҙе.
Эшләү йылдары дәүерендә мәктәптә татыу һәм берҙәм коллектив тупланған, унда педагогтарҙың һөнәри үҫешен күтәреүгә ҙур иғтибар бүленә.
Мәҫәлән, химия һәм география уҡытыусыһы Зилә Фәйзрахманова Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә биргән грантын ҡулланып тормошҡа ашырылған “Ҙур Рәсәйҙең ауыл уҡытыусыһы” ижади эштәр конкурсында еңеүселәр рәтенә инде һәм Проекттың Санкт-Петербург ҡалаһында уҙасаҡ этабында ҡатнашырға саҡырылды.
“Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ уҡытыусы мәктәптә 33 йыл эшләй. Унда ысын педагогҡа хас барлыҡ сифаттар ҙа бар: һәләт, күңел йылыһы, тышҡы матурлыҡ, аҡыл, сабырлыҡ һәм һөнәренә булған һөйөү. Үҙ фәнен яҡшы белгән, эрудициялы уҡытыусыны уҡыусылар ҙа ярата. Зилә Фәйзрахманованың уҡыусыһы Вәлинур Карамов мәктәп уҡыусыларының география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе дипломы менән бүләкләнде. Лилиә Нухова һәм Нурия Йомаева химия буйынса дистанцион олимпиадала беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнеп, лауреат булды.
Ә оҙаҡ йылдар башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләүсе Гөлсинә Шамова, Нәзилә Тәғарифуллина уҡыусыларҙы күп нәмәгә өйрәтә. Улар һәр ваҡыт балалар араһында, малай-ҡыҙҙарға төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләй, күп һанлы һорауҙарына яуап бирә.
Коллективта дәрестәрен үткәреүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған йәш уҡытыусылар ҙа бар.
— Уҡытыусылар коллективы тарафынан ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәрҙең яңы үрҙәре билдәләнде. Барлыҡ пландарыбыҙ ҙа тормошҡа ашһын, — ти мәктәп директоры Нәфис Ғәлимйәнов. — Шулай уҡ техник персоналдың да тырыш хеҙмәтен билдәләп үтке килә. Улар тырышлығы менән балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылында матур сәскә түтәлдәре, яҡты, таҙа белем усағы ҡаршы алды.
Ҡортлокүл урта мәктәбе ижади эшләүсе, тәжрибәле, балаларҙы һәм һөнәрҙәрен бар күңелдән яратыусы уҡытыусылар коллективы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана.
Люция Карамова.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: