Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август 2018, 14:06

Борайҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшләште

Борай Мәҙәниәт йортонда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең “Заманса хәүефһеҙ мәғариф мөхите булдырыу” темаһына район август кәңәшмәһе үтте. Унда Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәренең эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. “Абрис-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уҡыу-методик әҙәбиәт һатты.

Конференцияның пленар өлөшөндә район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов, мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Шулай уҡ конференция эшендә ойошма, мәғариф учреждениелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәктәп ата-әсәләр комитеттары рәйестәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Ҙур педагогик форумды район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов асты. Ул үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, педагогик эшмәкәрлекте камиллаштырыуҙа яңы алымдарҙы билдәләне.
Белем биреү сифатын тәьмин итеү, заманса һәм хәүефһеҙ цифралы мәғариф мөхитен булдырыу, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, өҫтәмә белем биреү мөмкинлеген күтәреү, кадрҙар потенциалын яҡшыртыу, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу төп өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып тора.
Фекер алышыуҙарҙа Борай 3-сө урта мәктәбенең социаль педагогы Регина Шәрәфиева, 3-сө балалар баҡсаһының мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Елена Ғибәҙуллина сығыш яһаны.
Сарала 3-сө урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Ғәйнетдиноваға һәм Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы Зөлфирә Шакироваға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Почет Грамотаһы менән Борайҙың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Луиза Хәсәнова, Ҡайынлыҡ ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Илсур Моратов һәм мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Марсилә Шәрипова бүләкләнде. Борай районы хакимиәтенең Почет грамотаһы Оло Баҙраҡ урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Нафиҡоваға, 5-се балалар баҡсаһы мөдире Резида Зиннуроваға, Шабай мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Асылаеваға һәм Борай Балалар ижады йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы Эльвира Хәлиловаға тапшырылды.
Балалар һәм Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары байрам кәйефе тыуҙырҙы һәм яңы уҡыу йылына ыңғай ынтылыш бирҙе.
Читайте нас: