Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2018, 18:04

Борай районында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте

Борай Мәҙәниәт йортонда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең “Заманса хәүефһеҙ мәғариф мөхите булдырыу” темаһына район август кәңәшмәһе үтте.

Сарала 3-сө урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Ғәйнетдиноваға һәм Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы Зөлфирә Шакироваға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Почет Грамотаһы менән Борайҙың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Луиза Хәсәнова, Ҡайынлыҡ ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Илсур Моратов һәм мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Марсилә Шәрипова бүләкләнде. Борай районы хакимиәтенең Почет грамотаһы Оло Баҙраҡ урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Нафиҡоваға, 5-се балалар баҡсаһы мөдире Резида Зиннуроваға, Шабай мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Асылаеваға һәм Борай Балалар ижады йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы Эльвира Хәлиловаға тапшырылды.
Читайте нас: