Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2018, 16:31

Юбилейға – 49 мәғариф усағы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Борай һәм Яңауыл райондарына эш сәфәре барышында мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Борай һәм Яңауыл райондарына эш сәфәре барышында мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Педагогтарға мөрәжәғәт итеп, парламент спикеры республикалағы мәғариф системаһының бай традицияларға эйә булыуын билдәләне.
– Беҙҙә мәғариф ойошмалары селтәре ҙур үҫеш алған. Мәктәп, гимназия, лицейҙарҙың күбеһе Башҡортостандан ситтә лә танылыу яулаған, – тине ул. – Белем биреү системаһында йылдан-йыл ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә: мәғариф инфраструктураһы яҡшыра, ауыл мәктәптәрендә спорт залдары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларға уңайлы мөхит булдырыла.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе республиканың 100 йыллығына әҙерлек барышында 49 мәғариф объектын төҙөү һәм реконструкциялау тураһында хәбәр итте.
– Ике йыл эсендә мәктәпкәсә учреждениеларҙа 10 мең самаһы яңы урын булдырыу күҙаллана. 2021 йылда барлыҡ балалар яслелә
һәм баҡсала урындар менән тәьмин ителергә тейеш, – тине ул. – Ошо проект нигеҙендә Яңауыл районында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернатының өр-яңы корпустары һалына. Планға ярашлы, финанслау күләме 330 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Борай ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Хаҡы – 98 миллион һумдан ашыу. Быйыл ошо аҡсаның 50 миллион һумын үҙләштереү күҙаллана. Яңы балалар баҡсаһында ике ясле төркөмө асыласаҡ.
Константин Толкачев әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу урынлыҡ алты мәктәп, шулай уҡ 285 урынлыҡ ике мәктәпкәсә учреждениены файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
http://bashgazet.ru