Сара сиктәрендә “Еңеү салюты” ижади эштәр күргәҙмәһе, һүрәттәр конкурсы һәм “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай” викторинаһы, “Был Еңеү көнө...” йыр һәм шиғыр бәйгеһе, “Олатайым менән ғорурланам” “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уҡыусылар Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, обелискыға сәскәләр һалды, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильмдар ҡараны.
Аҙналыҡ бик матур үтте. Бигерәк тә әҙәби-музыкаль композиция бай йөкмәткеле булды. Унда уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемдәрен тәрәнәйтте, Герой-пионерҙар тураһында ла белде. Сара хәрби йырҙар, рухлы шиғырҙар менән үрелеп барҙы.