Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Апрель 2018, 11:47

Борайҙан Әлфиә Әсләмова «Йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсы лауреаты булды

Районыбыҙҙа үҙ эшенә мөкиббән киткән, ижади ҡарашлы уҡытыусылар күп. Уларҙың “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә лә һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе быға асыҡ дәлил.Быйылғы конкурста районыбыҙҙан биш уҡытыусы оҫталыҡта һынау тотто: 2-се гимназияның татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Әсләмова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Вәлиәхмәтова, 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Камаева, 1-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Мортазина, Салҡаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Инзилә Фәйезова.

Районыбыҙҙа үҙ эшенә мөкиббән киткән, ижади ҡарашлы уҡытыусылар күп. Уларҙың “Йыл уҡытыусыһы” республика бәйгеһендә лә һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе быға асыҡ дәлил.
Быйылғы конкурста районыбыҙҙан биш уҡытыусы оҫталыҡта һынау тотто: 2-се гимназияның татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Әсләмова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Вәлиәхмәтова, 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Камаева, 1-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Мортазина, Салҡаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Инзилә Фәйезова.
Райондаштарыбыҙ башҡа бәйгеселәр менән бер рәттән, ярыш талаптары буйынса аҙна дауамында һәләттәрен күрһәтә: эссе яҙа, асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, артабан «Мәғариф проекттары» менән таныштыра, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнаша. Улар бәйге барышында үҙҙәрен заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләүсе, үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға ынтылыусы, хеҙмәтенә ижади ҡараусы уҡытыусылар булараҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә, Әлфиә Ринат ҡыҙы финалға сығып, лауреат булды, ә Айгөл Хәсән ҡыҙы “Педагогик оҫталыҡ өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.
— Республика бәйгеһе алты этаптан торҙо. Беренсеһендә уҡытыусының шәхси сайтын баһаланылар. Икенсе этап — дәрес. Мин Өфөнөң 65-се татар гимназияһында V класта “Роберт Миңнуллин — балалар языусыһы” темаһына дәрес күрһәттем. Роберт Миңнуллиндың Өфө уҡыусыларына ебәргән видеосәләмен жюри ағзалары дәресемдең кульминацияһы булараҡ билдәләп, яҡшы баһаланы. Киләһе этапта “Ғаилә күрке уҡыусыларымда сағыла” тигән эссела мин мәктәп, уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсәләр — бер ғаилә тигән теманы асыуға өлгәштем. Оҫталыҡ дәресем “Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәм кластан тыш эшмәкәрлектә дистанцион ярҙам” тигән тема буйынса үтте. Бәйгелә ҡатнашыусы хеҙмәттәштәремде дистанцион ярҙамдың бер нисә йүнәлешендә эш итергә төшөндөрөп, фокус-төркөмдәргә ошо эштең продукттарын булдырырға өйрәттем. Бик уңышлы килеп сыҡты. Үрҙә әйтеп үткән һынауҙар һөҙөмтәһендә мин киләһе турҙа ҡатнашыу мөмкинлеге алдым. “Белем биреү проекты” конкурсында беҙ Нефтекама, Бүздәк, Өфөнән килгән бәйгеселәр менән “Рус телле мәктәптәрҙә татар теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион курстар” тигән педагогик проект булдырыу өҫтөндә эшләп, жюри алдында уңышлы сығыш яһаныҡ. Артабан иң тулҡынландырғыс мәл — финалға сығыусыларҙы иғлан иттеләр. Бәхетемә, мин дә ошо исемлектә инем. Конкурстың һуңғы һынауы — БР мәғариф министры урынбаҫары менән “түңәрәк өҫтәл” булды. Жюри алдында беҙ — 20 финалсы һәм Альмира Ғәниева араһында “Киләсәк мәктәбе — проекттар мәктәбе” темаһына йәнле, мауыҡтырғыс, файҙалы әңгәмә үтте. “Йыл уҡытыусыһы” оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыу минең өсөн, беренсенән, үҙемдең һәләтемде асыу булһа, икенсенән, саранан баһалап бөтөргөһөҙ тәжрибә туплап, киләсәккә дәрт, илһам, көс алдым, — тип бәйге тураһында һөйләне Борай 2-се гимназияһының юғары квалификациялы уҡытыусыһы Әлфиә Ринат ҡыҙы.Шулай итеп...
Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади ҡарашлы уҡытыусыларҙы асыҡлау, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы таратыу, тәжрибә уртаҡлашыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү маҡсатында ойошторолған бәйге тамамланды. Һәр йылдағыса, конкурс яңы исемдәр асты. Шуныһы һөйөнөслө, улар араһында районыбыҙ уҡытыусылары ла бар.
Рәмилә Солтанова,
мәғариф бүлеге методисы
Читайте нас: