Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2018, 13:43

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде

Марттың һуңғы көнөндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында республиканың бөтә уҡытыусылары берләшмәһенең байрамы үтте. Бында, төбәктең төп мәғариф конкурсының бүләкләү тантанаһына, Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары йыйылды.

Марттың һуңғы көнөндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында республиканың бөтә уҡытыусылары берләшмәһенең байрамы үтте. Бында, төбәктең төп мәғариф конкурсының бүләкләү тантанаһына, Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары йыйылды.
Конкурс һынауҙарынан һуң тынысланып өлгөрмәгән бәйгеселәргә һәм номинанттарға дипломдар, сәскәләр, ҡотлауҙар, бүләктәр – һәр ҡайһыһына икеләтә ҡыуаныслы һәм мөһим булып тойолдо.
Өфөләге 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәфиуллина көн геройы булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, педагог быйыл ике тапҡыр йыл уҡытыусыһы тип танылды. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменән тыш, ул баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы булды. Шулай уҡ уға күкрәккә таға торған «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһен тапшырҙылар.
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаттары: Любовь Александрова (Өфөнөң 110-сы мәктәбе); Артем Баянов (Өфөнөң 130-сы мәктәбенең математика уҡытыусыһы). Ул шулай уҡ тамашасыларҙың онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип танылды; Миләүшә Кашапова (Туймазы районының 1-се дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты); Евгения Рощупкина (Өфөнөң 60-сы лицейы).
Баш ҡаланың 5-се лицейы уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Лауреаттар: Ләйсән Хәсәнова (Өфөнөң 10-сы мәғариф үҙәге); Йәғәфәр Нәҙершин (Сибайҙың 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Гөлфирә Миңлеәхмәтова (Өфөнөң 95-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Лиза Ниғмәтуллина (Баймаҡтың 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе).
Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында лауреаттар: Әлфиә Әсләмова (Борай ауылының 2-се гимназияһы); Линара Сәлимова (Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылы урта (тулы) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты); Ирина Сәмиғуллина (Өфөнөң 98-се мәктәбе); Миләүшә Хәйбунасова (Бәләбәйҙең сәнғәт бүлеге менән татар гимназияһы). Стәрлетамаҡтың 20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Римма Ғәлиева был конкурс еңеүсеһе булды.
«Йәш йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаттары: Шишмә эшсе ҡасаба гимназияһы уҡытыусыһы Илнар Исламов; Гөлшат Ковалева (Октябрьскийҙың 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Татьяна Ҡунаҡбаева (Өфөнөң 99-сы мәктәбе) Павел Мөхәмәтов (Өфөнөң 16-сы гимназияһы). Еңеүсе – Стәрлетамаҡтың 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Олег Һарғаев.
Йылдың иң яҡшы «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттары: Елена Держинская (Туймазы районының Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе); Елена Исакова (Өфөнөң 51-се мәктәбе); Регина Мөхәмәтйәнова (Өфөнөң 127-се мәктәбе). Еңеүсе – Әлшәй районы Раевка ауылының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе телсеһе Эльза Шевяхова. Ул да күкрәккә таға торған «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнде.
Шулай уҡ В.А. Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалын Ауырғазы районының Талбазы ауылы башҡорт лицейы уҡытыусыһы Рәйсә Исламғоловаға һәм Өфөнөң 110-сы мәктәбенең физика уҡытыусыһы Любовь Александроваға тапшырҙылар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.