Мәшһүр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, төрки донъяһында ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар араһында беренсе булып роман ижад иткән Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның тыуыуына — 113 йыл. 27 мартта БДУ-ның Бөрө филиалында яҙыусыға арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы.
Сараның беренсе өлөшөндә Башҡорт ҡоролтайы (конгресы) Бөрө район-ара төбәк ойошмаһы советы ултырышы үтте. Унда район ҡоролтайҙары рәйестәре үткән йыл туған телде, мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов сығыштарға һығымта эшләп, уңыштар тураһында ғына түгел, етешһеҙлектәрҙе лә уртаға һалып һөйләшеү кәрәклеген билдәләне. Мәҫәлән, башҡорт балаларына туған тел булараҡ башҡа телде уҡытҡан осраҡтар асыҡланған. Асҡын районында йыл башынан күп башҡорт балаһы туған телен дәүләт теле булараҡ уҡыуға күскән. Рөстәм Сәлим улы илһөйәрлектә, телһөйәрлектә борайҙарҙы өлгө итеп ҡуйҙы. «Борайҙар бер балаһын да юғалтмаған. Үткән уҡыу йылында башҡорт балаларының 97 проценты үҙ телен өйрәнһә, быйыл да күрһәткес шундай уҡ», — тине. Күптән түгел унда Борай башҡорт автономиялы кантоны ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтеүе, автономия яулаусы шәхестәргә таҡтаташ асылыуы тураһында һоҡланып һөйләне. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асып, уңышлы эшләгән райондарҙы ла һананы.
Бөтә сығыштарҙан һуң, Рөстәм Сәлим улы ҡоролтай рәйестәренә, уларҙың урынбаҫарҙарына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен һаҡлап ҡалыуға һәм сифатлы уҡытыуға, Башҡортостандың 100 йыллығына тарихи шәхестәрҙең исемдәрен асыу һәм мәңгеләштереүгә, тарихты өйрәнеүгә бөтә көстө йүнәлтергә ҡушты. Апрель уртаһына тиклем район ҡоролтайҙары эргәһендә ата-әсәләр комитеты булдырыу, шулай уҡ балалар ҡоролтайы төҙөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңғыһын иң тәүҙә Асҡын районынан башларға тәҡдим итте. Рөстәм Баянов: «Балаларҙы сит мөхиткә биреү милләтте юғалтыуға тиң. Мөмкинлек юҡ, тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Ул мөмкинлек бөгөн һеҙҙең һәм ата-әсәләрҙең ҡулында. Ауыл ерендә – 20, ҡала ерендә ғаризалар һаны 25-кә тулһа, башҡорт төркөмө асыуҙан баш тарта алмайҙар. Ышаныслыраҡ булһын өсөн, ғаризаларҙың күсермәһен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ебәрегеҙ. Ҡоролтай һәр саҡ һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер», — тип белдерҙе.
Конференцияның икенсе өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы иғлан иткән үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Белеүебеҙсә, конкурс күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияһы иҫәбенә ойошторолдо. Конкурсҡа барлығы 30-ға яҡын әҫәр килгән. Еңеүселәрҙе Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, конкурстың бағыусыһы Гүзәл Ситдиҡова һәм жюри рәйесе Мөнир Ҡунафин тәбрикләне. I урынға Гөлсирә Ғиззәтуллина лайыҡ булды. Жюри ағзалары II урынға Фәрзәнә Аҡбулатова менән Гөлнара Мостафинаны лайыҡ тип тапты. III урында — Айгиз Баймөхәмәтов, Мансур Һиҙиәтов, Зөһрә Бәшәрова. Миңнур Ҡасимова менән Гөлдәр Бүләкбаева дәртләндереү призы эйәләре булды. Баһалама рәйесе Мөнир Ҡунафин бәйге үҙенең маҡсатына иреште, үҫмерҙәр өсөн бик матур, тәрбиәүи йәһәттән фәһемле әҫәрҙәр ижад ителде, тип билдәләне.
Сара барышында Заһир Исмәғилев исемен йөрөткән Өфө дәүләт сәнғәт институтының Ғабдулла Ғиләжев исемендәге уҡыу театры студенттары Һәҙиә Дәүләтшинаның “Айбикә”, Ғөбәй Дәүләтшиндың “Кәмит” әҫәрҙәренән өҙөктәр һөйләне. Улар Гүзәл Ситдиҡованың «Һәҙиә» поэмаһын да сәхнәләштереп, ролдәрҙе оҫта уйнауы менән һоҡландырҙы. Профессор Земфира Хөсәйенова етәкселегендәге студенттар яҙыусы образын тулыһынса асып бирҙе. Зәки Арыҫлан улы бәйге сиктәрендә ижад ителгән әҫәрҙәр тураһында һөйләгәндә: «Иң мөһиме — үҫмерҙәр үҙҙәренә бүләк алды, шуға һөйөнәм», — тигәйне. Һәҙиә исеме бүләк тигән мәғәнәгә эйә. Һәҙиә Дәүләтшина башҡорт халҡына бүләк булып тыуһа, яҙыусыларыбыҙ иһә бөгөн йәштәр күңеленә рух ҡошон ҡундырырҙай әҫәрҙәр бүләк итте. Сара һуңында конференцияла ҡатнашыусылар Һәҙиә Дәүләтшина музейына сәйәхәт ҡылды һәм яҙыусы һәйкәленә сәскәләр һалды.