Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Март 2018, 16:16

Иҫ киткес һәләтлеләр

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында «Һәләттәр йәйғоро» фестиваль-конкурсы үтте. Унда «Күк сәскә», «Ҡояшҡай» һәм 2-се балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында «Һәләттәр йәйғоро» фестиваль-конкурсы үтте. Унда «Күк сәскә», «Ҡояшҡай» һәм 2-се балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Балаларҙың сағыу сығыштарынан, залдың матур биҙәлешенән ҡарап ултырыусылар, ата-әсәләр үҙҙәрен әкиәт илендә кеүек хис итте. Барлығы 29 номерҙы үҙ эсенә алған бәйге бер тында үтте. 4-7 йәшлектәр хореография, йыр һәм оригиналь жанрҙа (акробатика, художестволы гимнастика, сәхнәләштерелгән тамаша) ярышты. Балалар әсәй, тәбиғәт, яратҡан уйынсыҡтары тураһында оҙон-оҙон шиғырҙарҙы образға инеп, өлкәндәрсә етди һәм тасуири итеп һөйләне. Ә бейеүҙәре ниндәй һоҡланғыс булды?! Бәләкәстәр башҡорт, татар, рус халыҡ бейеүҙәрен дә, замансаларын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарҙы. Ата-әсәләр аллы-гөллө костюмдар кейеп, күбәләктәр кеүек осоп бейегән балаларҙың һәр хәрәкәтен иғтибар менән күҙәтеп, шатланып һәм һоҡланып ултырҙы. «Күк сәскә»ләрҙең бөтәбеҙгә лә бала саҡтан яҡшы таныш «Колобок» әкиәтен музыкаль опера итеп сәхнәләштереүе лә бик матур күренеш булды.
Сара аҙағында жюри ағзалары призлы урындар яулаусыларҙы һәм номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләп, уларға Дипломдар һәм йомшаҡ уйынсыҡтар тапшырҙы. Ә балаларға бар күңел йылыһын биреп, оло сабырлыҡ менән шиғырҙар ятлатҡан, бейеүҙәр өйрәткән тәрбиәселәрҙе «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Айгөл Сөләймәнова бүләкләне.
Сулпан Ғилметдинова.

Читайте нас: