Бөрө ҡалаһы һәм ауыл мәктәптәренән килгән уҡыусылар халыҡ һәм балалар йырҙарын башҡарҙы. Башҡорт халыҡ йырҙары "Ҡарабай", "Шәл бәйләнем", "Күбәләгем", "Ай, былбылым" һәм башҡа йырҙар яңғыраны. Бәйге башҡорт, татар, мари телдәрендә барҙы. Ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл арта.
Өс сәғәткә һуҙылған сара һәр кемдең күңелендә илаһи ләззәт, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләр алыу теләге уятты.
Уҡыусылар халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай йырҙарҙы үҙҙәре башҡарып, еңеү яулап, сикһеҙ ҡыуаныс һәм милләте менән ғорурланыу тойғоһо кисерҙе. Ошондай бәйгеләр ойошторолғанда телебеҙ, моңобоҙ, халҡыбыҙ йәшәр.