Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2018, 18:20

Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейы киң билдәләнелде

Назар Нәжми шағир, йырсы! Тыуған иленең ысын патриоты. Уның ижады туҡталып тормайынса аҡҡан саф һыулы сылтырап торған шишмә кеүек. Бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, йырлай торған шиғырҙары, поэмалары әле бөгөн дә яңы тыуған кеүек. Уларҙы уҡыусылар яратып, йылы ҡабул итә.

Назар Нәжми шағир, йырсы! Тыуған иленең ысын патриоты. Уның ижады туҡталып тормайынса аҡҡан саф һыулы сылтырап торған шишмә кеүек. Бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, йырлай торған шиғырҙары, поэмалары әле бөгөн дә яңы тыуған кеүек. Уларҙы уҡыусылар яратып, йылы ҡабул итә.
Борай 1-се мәктәбе уҡыусылары ла Назар Нәжмиҙең юбилейын киң билдәләне. Уның биографияһы, ижады төплө өйрәнелде, кластарҙа тасуири уҡыусылар бәйгеһе, ижадына арналған күркәм сара үткәрелде.
Кисәлә шағирҙың шиғырҙары уҡылды, тормошоноң ҡайһы бер миҙгелдәре сәхнәләштерелде. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары шағирҙың ижады, тормош юлы буйынса район күләмендә дистанцион викторина ойошторҙо. Викторина һөҙөмтәләре буйынса Яңы Таҙлар урта мәктәбе (уҡытыусы Р.Әхәтова), Ҙур Баҙраҡ урта мәктәбе (уҡытыусы Л.Ноғманова), Таңатар төп дөйөм белем биреү мәктәбе (уҡыусы Г.Галкова) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Республикала ойошторолған “Назар уҡыуҙары” тигән ижади бәйгелә уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнашты. Әҙәби ижад, компьютер графикаһы, шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса уҡыусылар финалға сыҡты. II тур Н.Нәжмиҙең тыуған яғы булған Дүртөйлө ҡалаһында уның исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында үтте. Финалда Өфө, Нефтекама, Туймазы, Баймаҡ ҡалаларынан һәм республиканың18 районынан 61 уҡыусы көс һынашты. Һөҙөмтәләр буйынса Диана Нуртдинова (уҡытыусыһы Г.Фазулова) “Әҙәби ижад” номинацияһында — III урын, Әлмир Мөхтәсәров (уҡытыусыһы А.Мостафина) менән Наилә Мусина (уҡытыусыһы Г.Ҡазыханова) “Компьютер графикаһы” номинацияһында — III һәм II урындар, Миләүшә Дәүләтгәрәева (уҡытыусыһы А.Мостафина) “Н.Нәжми шиғырын тасуири һөйләү” номинацияһында II урын яуланы.
Уҡыусылар нәҫел ептәре беҙҙең Салҡаҡ ауылы менән бәйле шағир яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурлана һәм хөрмәт менән уның ижадын өйрәнеүен дауам итә.
Гөлнара Фазулова, Борай 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: