Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ғинуар 2018, 16:23

Альбина Фәтихова БР Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште

Республика йортонда БР Башлығы Рөстәм Хәмитов «Республика Башкортостан» гәзите уҙғарған «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне. Быйыл бишенсегә уҙғарылған сараға үҙҙәренең хеҙмәттәре, һәләттәре һәм батырлыҡтары менән танылыу алғандар йыйыла. Улар араһында райондашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Альбина Фәтихованың булыуын белеп, асҡындар сикһеҙ ҡыуанды һәм ғорурлыҡ кисерҙе. Альбина Вәрис ҡыҙы тантаналы саранан алған тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.

Республика йортонда БР Башлығы Рөстәм Хәмитов «Республика Башкортостан» гәзите уҙғарған «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне. Быйыл бишенсегә уҙғарылған сараға үҙҙәренең хеҙмәттәре, һәләттәре һәм батырлыҡтары менән танылыу алғандар йыйыла. Улар араһында райондашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Альбина Фәтихованың булыуын белеп, асҡындар сикһеҙ ҡыуанды һәм ғорурлыҡ кисерҙе. Альбина Вәрис ҡыҙы тантаналы саранан алған тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.
— Осрашыу шундай йылы шарттарҙа, фекер алышыу форматында бик матур үтте. Һәр кемгә иғтибар һәм оло хөрмәт күрһәтелде. «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева конкурс еңеүселәрен һайлап алыу барышы тураһында һөйләп, бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе менән таныштырҙы. Үҙенең хеҙмәте, һәләте менән эшендә ҙур уңыштар ҡаҙанған кешеләр, батырлығы менән ихтирам яулаған үҫмерҙәрҙе тыңлап, һоҡланып ултырҙым. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән аралашыу ҙа бик йәнле үтте. Рөстәм Зәки улы һәр бүләкләнеүсе менән ихлас аралашты, уңыштары, проблемалары менән ҡыҙыҡһынды.


Осрашыуҙа юл, күперҙәрҙе реконструкциялау, ауыл хужа­лығы кооперацияһын үҫтереү, инновациялы медицина препараттарын эшләү, халыҡ ижадына, хәйриәлеккә булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде. «Республиканы үҫтереү өсөн бөтә тырыш­лығын, күңел йылыһын һалған граждандарҙың күп булыуы ҡыуандыра. Беҙгә ошондай кеше­ләрҙе дәртләнде­рергә кәрәк, сөнки йәмғиәт тап уларға таяна. Һеҙ беҙҙең өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Гәзиттәрҙе асҡанда, сираттағы берәй иҫ киткес кеше тураһында мәҡәләне уҡыу, минең өсөн бик мөһим”, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Мин күстәнәскә үҙебеҙҙең баҡсала үҫтергән ҡышҡы сорт алмаларҙы алып барғайным. Барыһына ла оҡшаны. Бигерәк тә май айына тиклем һаҡланған алмаларға ғәжәпләнделәр. Рөстәм Зәки улы ла үҙебеҙҙең район шарттарына яраҡлаштырылған алмалар үҫтереүебеҙ менән ҡыҙыҡһынды. Асҡынға эш сәфәре сыҡҡанда емеш баҡсабыҙҙы килеп күрергә теләген белдерҙе, — тип осрашыуҙан ҡанатланып, тик ыңғай тәьҫораттар, әйтеп бөтөргөһөҙ хис-тойғолар менән ҡайтыуы хаҡында һөйләне Асҡын 2-се урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы Альбина Вәрис ҡыҙы.
Райондаштарыбыҙ Альбина Фәтихованы үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, унан йәм һәм ҡыуаныс алған, уҡыусылары менән төрлө тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеп, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яулаған уҡытыусы булараҡ ҡына түгел, ә емеш ағастарын үҫтереү буйынса бай тәжрибә туплаған баҡсасы булараҡ та белә. Фәтиховтарҙың баҡсаһында 60-тан артыҡ сорт алма, 19 сорт груша, 16 сорт ҡарағат, 6-7-шәр сорт сейә, крыжовник, ҡурай еләге, слива, дүртәр сорт айыу баланы (жимолость) һәм виноградтың биш сорты үҫә. Альбина Вәрис ҡыҙы һәр эштә ярҙам итеүсе тормош иптәше Илшат Фаат улы менән ағастарҙың үҫеүен, сәскә атыу һәм емештәре өлгөрөүен күҙәтеп, районыбыҙға яраҡлашҡандарын һайлау маҡсатын ҡуйып, ошо йүнәлештә уңышлы эшләй. Эшһөйәр ғаилә биш йыл элек миләш олонона груша сыбыҡсаһын ялғап, миләш ағасынан груша емешен йыйып, барыһын да таң ҡалдыра.
— Үҙебеҙ өсөн дә был асыш булды. Икенсе йылға уҡ миләштән груша йыйырбыҙ тип, уйламағайныҡ та. Груша ағасын ултыртҡас, биш йылдан һуң ғына емеш бирә. Өҫтәүенә, груша ағасы һыуыҡҡа ла тиҙ бирешә. Беҙҙеңсә, миләш олонона груша сыбыҡсаһын ялғап үҫтереү бик отошло. Беренсенән, миләшгруша ҡаты һыуыҡтарға ла бирешмәй, икенсенән, киләһе йылға уҡ емеш бирә. Шуны күҙ уңында тоторға кәрәк, груша сыбыҡсаһын ялғар өсөн миләш ағасының олоно өс сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Сөнки нәҙек ағас груша емештәрен күтәрә алмаясаҡ, — тип күптәрҙе хайран иткән асыштары тураһында һөйләне Альбина Вәрис ҡыҙы. Фәтиховтарҙың был тәжрибәһе менән бөгөн күптәр ҡыҙыҡһына, киләсәктә миләшгруша үҫтереү өсөн баҡсаларына күпләп миләш ултырта. Әйткәндәй, уларҙың баҡсаһында сейә ағасына ялғанған черешня ла, торнға ялғанған слива ла үҫә. “Айҙар менән Илдар улыбыҙ ҙа йәй буйы баҡсала булаша. Хәҙер ниндәй ағасҡа ниндәйе ялғанғанын да белеп бөтөрмәйбеҙ”, — ти Альбина Вәрис ҡыҙы йылмайып.
Күп төрлө алмағас, груша, слива, виноград үҫтереп кенә ҡалмай, киләсәктә мандариндан да уңыш алыу өмөтөн өҙмәгән Альбина Фәтихованың яратҡан шөғөлө тураһында шундай илһамланып һөйләүен көндәр буйы тыңлағы килә. Һәләтле уҡытыусының тәбиғәткә булған һөйөүенә, төплө белеменә, аң даирәһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Нәҡ Альбина Вәрис ҡыҙы һымаҡ уҡытыусының республика кимәлендә шундай юғары баһа алыуына беҙ бик шатбыҙ. Киләсәктә лә уға яңынан-яңы асыштар, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бишенсе тапҡыр уҙғарылған «Йыл кешеһе» конкурсында «Республика Башкортостан» гәзитендә мәҡәләләр геройҙары – төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре ҡатнаша. Әүҙем ижтимағи ҡараш, үҙ коллективы, республика һәм ил үҫешенә индергән өлөш һайлап алыу талаптары булып тора. Конкурсҡа йомғаҡ яһауҙа журналистар менән берлектә гәзит уҡыусылар ҡатнаша. Еңеүселәр төрлө һөнәр, быуын вәкилдәре, әммә уларҙың бөтәһен дә тыуған төйәгенә һөйөү, киләсәк хаҡына арымай-талмай хеҙмәт итеү кеүек күркәм сифаттар бәйләй.
Наилә Имаева.
Марат Юнысов фотоһы.
Читайте нас: