Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар 2018, 16:37

Уҡытыусы — ғорур яңғырай

Борай 3-сө урта мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика бәйгеһенең муниципаль этабы финалы үтте. Сара сиктәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018”, “Татар теле йыл уҡытыусыһы-2018”, “Йәш уҡытыусы-2018” конкурстары ла ойошторолдо. Мәртәбәле бәйгелә 19 педагог үҙенең көсөн һынаны, һөнәри оҫталығын күрһәтте, “Интернет-ресурс” бәйгеһендә ҡатнашты, “Мин — уҡытыусы!” тигән эссе яҙҙы. Ошоларҙан сығып, финалға 10 уҡытыусы үтте.

Борай 3-сө урта мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика бәйгеһенең муниципаль этабы финалы үтте. Сара сиктәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018”, “Татар теле йыл уҡытыусыһы-2018”, “Йәш уҡытыусы-2018” конкурстары ла ойошторолдо. Мәртәбәле бәйгелә 19 педагог үҙенең көсөн һынаны, һөнәри оҫталығын күрһәтте, “Интернет-ресурс” бәйгеһендә ҡатнашты, “Мин — уҡытыусы!” тигән эссе яҙҙы. Ошоларҙан сығып, финалға 10 уҡытыусы үтте.
Район мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире Марсилә Шәрипова алып барған сара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” район һәм республика конкурсы еңеүсеһе, Рәсәй күләмендә Мәскәүҙә үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы-2017” бәйгеһендә “Уҡытыусы-оҫта” номинацияһында еңеү яулаған гимназия уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиеваның ҡыңғырау шылтыратыуынан башланды. Бәйгеселәр өсөн, әйтерһең дә, оҫталыҡтарын күрһәтеү “дәрес”енә саҡырыу яңғыраны. Кемдәр һуң улар финалсылар? Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары З. Асылаева ( Шабай мәктәбе) һәм З. Вәлиәхмәтова (гимназия), башланғыс кластар уҡытыусылары Р.Рәхимова (гимназия), Р. Зиннурова (Иҫке Бикмәт), А. Мидатова (Ҙур Баҙраҡ), А. Мортазина (1-се мәктәп), И. Фәйезова (Салҡаҡ), химия уҡытыусыһы Г. Ғәлина һәм башҡорт теле уҡытыусыһы А. Кәмәева (3-сө мәктәп), татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә. Әсләмова (гимназия). Ошо уҡытыусылар мәртәбәле жюри алдында визит карточкаһы менән сығыш яһаны, оҫталыҡ дәресе күрһәтте, “Белем биреү сәйәсмәндәре” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты.
Әлбиттә, иң-иң оҫталары бәйгенең еңеүселәре һәм призерҙары исеменә лайыҡ булды. “Йыл уҡытыусыһы-2018” исеменә Борай 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Мортазина лайыҡ булды. Гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Рита Рәхимова һәм 3-сө урта мәктәптең химия уҡытыусыһы Гөлназ Ғәлина призерҙар тип билдәләнде. Башланғыс кластар уҡытыусылары Айгөл Мидатова һәм Рания Зиннурова “Педагогик оҫталыҡ” номинацияһында еңеүсе булды.
“Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018” исеменә гимназиянан Зилә Вәлиәхмәтова лайыҡ булһа, Зөһрә Асылаева призер булараҡ билдәләнде.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018” исеменә 3-сө мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Кәмәева һәм “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2018” титулына гимназиянан Әлфиә Әсләмова лайыҡ булды. Салҡаҡ мәктәбенән Инзилә Фәйезова “Йәш уҡытыусы-2018” конкурсы еңеүсеһе булды.
Еңеүселәрҙе район мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин ҡотланы һәм мәғариф бүлегенең Почет грамоталарын һәм аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Бәйгенең барлыҡ ҡатнашыусыларына һәм иң юғары исемдәренә лайыҡ булыусыларға мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәлис Камилйәнов та бүләктәр тапшырҙы һәм алдағы эштәрендә уңыштар теләне. Сарала ҡатнашыусыларға Балалар ижады йортоноң Илмира Әмирова етәкселегендәге вокаль түңәрәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар музыкаль күстәнәстәрен өләште.
Конкурстың муниципаль этабы тамам. Еңеүсе биш уҡытыусы оҙаҡламай Өфөлә уҙасаҡ “Йыл уҡытыусы-2018” республика конкурсында район данын яҡлаясаҡ. Уңыштар һәм йәнә еңеүҙәр теләйек уларға!
Венера Арыҫланова.
Читайте нас: