Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Сентябрь 2017, 17:11

Йәш һатыусылар һынатманы

Район мәктәптәренең уҡыусылар коллективтарын берләштереү, уларҙы тәжрибә һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу

Район мәктәптәренең уҡыусылар коллективтарын берләштереү, уларҙы тәжрибә һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, тапшырылған эш өсөн яуаплы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында Асҡында район Мәҙәниәт йорто территорияһында “Көҙ-2017” мәктәп йәрминкәһе үтте. Унда 17 дөйөм, район үҙәгенең өс мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм “Мельница” балалар ижады үҙәге ҡатнашты. Уҡыусылар халыҡҡа йәшелсә-емеш, үҙ ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәр, һөт продукттары, ҡамыр ризыҡтары, ағас үҫентеләре һәм башҡа бик күп нәмәләр тәҡдим итте. Улар көсө менән әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт сараға йәм өҫтәне.









Читайте нас: