Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июль 2017, 17:12

Балалар шатлығына төрөнөп

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә районыбыҙҙа балалар өсөн махсус һабантуй уҙғарыла. Быйыл да был сара ҙур ойошҡанлыҡ менән бик күңелле үтте.

Иртәнге һалҡын ел дә балаларҙың шат йөҙҙәрен, күңелле һөйләшеүҙәрен, йыр-бейеүҙәрен күреп, сигенгәндәй итте — ҡояш йылмайып, көн йылынып, эҫеләнеп китте. Тиҙ арала һабантуй үтәсәк “Танып” майҙаны байрамса кейенгән балалар, сабыйҙарын ҡулдарына тотҡан йәки коляскаларға ултыртҡан ата-әсәләр, өләсәйҙәр менән тулды.
Байрамды район мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин асты. Ул балаларҙы уҡыу йылы тамамланыу менән ҡотлап, йыл барышында төрлө конкурс һәм ярыштарҙа район данын республикала яҡлағандарға рәхмәттәрен әйтеп, күңелле ял теләне. Йола буйынса балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары колоннаһы үтте. Һәр коллектив сәхнәнән яңғыраған маҡтау һүҙҙәренә күмелде.
Артабан ҙур концерт башланды. Ул Балалар ижады йортоноң төрлө түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр көсө менән әҙерләнгәйне. Вокаль ансамбль йырсыларының бәхетле бала саҡ, күңелле каникул, тыуған ер тураһында башҡарған йырҙары, бейеүселәрҙең сағыу балҡышы, дәртле бейеүҙәре дәррәү алҡыштарға күмелде.
Был ваҡытта төрлө спорт ярыштары ла старт алды. Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр тиҙлеккә йүгереп бүләк алыуға, майҙанға уҡыусылар сыҡты. Бирелә көршәк ватыу, милли көрәш, тоҡ менән һуғышыу, әтәс алыу, тоҡ кейеп йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, гер күтәреү, ҡул көрәштереү, шахмат, шашка кеүек спорт ярыштары ла ойошторолдо. Бәләкәйерәктәр бүләк киҫеп ҡыуанды. Теләгәндәр рәт-рәт булып теҙелгән батуттарҙа һикереп уйнаны, поп-корн, туңдырма, татлы мамыҡ кеүек тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте, уйынсыҡтар һатып алды.
Көн оҙоно барған һабантуйҙа балалар рәхәтләнеп ял итте.

Читайте нас: