Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Апрель , 09:00

Еңеүселәр ҡасан билдәле буласаҡ?

Башҡортостанда  «Айыҡ ауыл» конкурсы финалға яҡынлаша. Бәйге республикабыҙҙың күп милләтле халҡы берҙәм һәм маҡсатлы икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы. Башҡортостанда 2023-2024 йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы финалға сыҡты.

3 -6 апрелдә һуңғы этап – республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәре презентацияларын яҡланы, эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы. Уның составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ингән. БР Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль райондар тәҡдим иткән проекттар, видеороликтар менән танышты. Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Башҡортостандың 52 ауылы дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауыл активистары, район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнаша.

Мәғлүм булыуынса, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелде. Ошо осорҙа 39 ауыл еңеүсе исемен яулаған.

Проект, тәүге сиратта республика халҡының әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Хатта иң бәләкәй ауыл биләмәләре лә әүҙем ҡатнаша һәм алкоголгә ҡаршы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә. Проект төрлө йәштәге битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә, республикабыҙҙың граждандар йәмғиәте үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Уны тормошҡа ашырыуҙа республика Хөкүмәтенең, муниципаль район хакимиәттәренең һәм Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының ярҙамы ҙур.

«Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабына 2023 йылда 52 муниципаль берәмектән 1070 ғариза килгән. Проект 2023 йылдың июленән 2024 йылдың апреленә тиклем ике этапта тормошҡа ашырыла. 2023 йылдың 1 сентябренән «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабы старт алғайны. Райондарҙың «Айыҡ ауыл» исеменә дәғүә итеүселәр 2023 йылдың ноябрь аҙағына тиклем эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар уҙғарҙы, аңлатыу эштәре алып барҙы. Муниципаль райондарҙың ойоштороу комитеттары ҡатнашыусыларҙың презентация материалдары нигеҙендә конкурстың беренсе этабына йомғаҡ яһаны һәм конкурстың республика этабында райондарҙың данын яҡлаусы дәғүәселәр һайлап алынды.

2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 10 мартына тиклем район этаптары еңеүселәре Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы халҡы ҡатнашлығында, шулай уҡ муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһен файҙаланып, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән саралар ойошторҙо.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 2024 йылдың апрелендә түбәндәге номинацияларҙың һәр береһендә өсөшәр еңеүсе билдәләнәсәк:

«Эре тораҡ пункттар»;

«Ҙур тораҡ пункттар»;

«Уртаса тораҡ пункттар»;

«Бәләкәй тораҡ пункттар».

6 миллион һум күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә бирелә. «Ҙур тораҡ пункттар», «Уртаса тораҡ пункттар», «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияларында еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ. Бүләктең суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап билдәләнә.

Шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән, ҡатнашыусыларҙың күп һанлы үтенестәре һәм теләктәре нигеҙендә, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалсыларға ла финанс ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйылдан башлап конкурстың республика этабында һәр ҡатнашыусыға (еңеүселәрҙән тыш) 200-шәр мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Финанслау ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай итеп, конкурстың бүләк фонды 2024 йылдан 8,4 миллион һумға артҡан һәм 50 миллион һум самаһы тәшкил итә.

Еңеүселәр 25 апрелдә “Айыҡ ауыл” конкурсы финалының тантаналы сараһында билдәле буласаҡ.

 

Гүзәлиә Балтабаева.

Автор:
Читайте нас: