Конкурс-фестиваль сиктәрендә тыуған ерҙе һағыныу, мөхәббәт, тоғролок, патриотик йырҙар, һоҡланғыс тәбиғәт күренештәре, шаян йырҙар яңғыраны. Ниндәй генә йыр булмаһын, бөтәһе лә тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде.
Уҡытыусы , тәрбиәсе, етәксе – барыһы ла бөгөн йыр- моң донъяһында булды, үҙҙәренең сығыштары менән халыҡ йырҙарының халҡыбыҙҙың бер хазинаһы икәнен тағы бер ҡат иҫбатланы.
"Киләсәктә лә сәхнәларебеҙҙә ошондай яҡын, күңелдәргә тәрән эҙҙәрен ҡалдыра торған йыр-моң барыбыҙҙы бергә йыйып осраштырһын, донъялар тынысланһын, бары тик дуҫлыҡ, тыныслыҡ йырҙары ишетелһен", - тип таралышты конкурс-фестивалдә ҡатнашҡан ансамбль ағзалары һәм етәкселәре.
Гөлүсә Ғәлиева.