Районыбыҙҙа уҙып киткән “Йыр-моң беҙҙе берләштерә” исемле конкурс-фестиваль тәрбиәселәрҙең ижад ҡанаттарына көс бирҙе. Был сараға төҙөлгән ансамблдәр ошо байрам менән генә тукталып ҡалманы, улар тағы ла конкурста һайлап алынған йырҙар менән районыбыҙ сәхнәһендә сығыш яһаны.
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында йырларға ла, эштәрен еренә еткереп эшләргә лә өйрәнгән тәрбиәселәр ( етәкселәре Аскарова Ф. Ф) һәм Ҡубияҙ ауылынан “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһында эшләп килгән “Ләйсән” ансамбле ( етәксеһе-Нурисламова Э. Р) тураһында айырып “Ләйсән” ансамбле ағзалары беренсе ҡабат сәхнәлә Шамхаловтың “Ҡайнана” спектакле менән танылыу ала. Тамашасы һөйөуен яулаған ансамбль туҡталып ҡалмай, яңы йырҙар өйрәнә, районда, ауылда уҙғарылған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып тора.
“Ҡояшҡай” ҙа яңы барлыҡҡа килгән “Өмөт” ансамбленең дә өмөттәре аҡланһын ине. Улар башҡарыуында шундай матур йырҙарҙы тағы ла ишетербеҙ әле!
Гөлүсә Ғәлиева.