Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Декабрь 2023, 09:00

Сарала мари телендә лә йырлаясаҡтар!

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы музыкаль залында бөгөн иртә менән дәртле көйҙәр янғырап торҙо.

 Бигерәк тә мари телендә йыр ишетелеүе барыһын да ҡыҙыҡтырҙы. Ә нимә тураһында был йыр? Ҡасан был йырҙы өйрәнгән улар, ни өсөн? Ошоға яуаптарҙы беҙ бер-нисә сәғәттән белербеҙ.
Бөтәгеҙҙе лә бөгөнгө сараға, “Йыр-моң беҙҙе берләштерә” район конкурс -фестиваленә саҡырып ҡалабыҙ! Районыбыҙҙа күптән эшләп килгән һәм әлеге көндәрҙә яңы төҙөлгән вокаль ансамблдәр сығышы күңелдәргә хуш килер, тип ышанам.



Гөлүсә Ғәлиева.

Автор:
Читайте нас: