Йыр кешене дуҫлаштырған, көс-дәрт биргән. Районда ойошторолған “Йыр-моң беҙҙе берләштерә” тигән конкурс-фестиваль өс ауылдың йыр сәнғәтен яратыусы тәрбиәселәрен берләштереп, “Дуҫлыҡ” вокаль ансамбле төҙөлдө. Етәксеһе Ралия Динмөхәмәтова менән улар “Ай яный, вай яный” тигән халыҡ йырын һайлаған.
Иҫке Ҡаҙансы, Яңы Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға ауылдары тәрбиәселәренән торған был ансамблде киләсәктә башҡа конкурстарҙа ла курербеҙ, тип ышанабыҙ, сөнки дуҫ, татыу коллектив ҡына үҙен шундай көслө исем аҫтында күрһәтә ала.
Гөлүсә Ғәлиева.