Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Март 2023, 09:00

Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова

өсөн ошо һылтанма буйынса тауыш бирә алаһығыҙ: https://vk.com/club165290375?w=wall-165290375_31793

Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова
Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова

 Иҫке Балтас  1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. “Башҡорт теле һәм әҙбиәте  уҡытыусыһы – 2011” төбәк-ара конкурсы финалсыһы, “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2007” республика конкурсы еңеүсеһе лә ул.

Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы  40 йылға яҡын тырыш хеҙмәтен Балтас районы мәғариф системаһына бағышлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Тутағас урта мәктәбе директоры булып эшләп,  райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып,  кешегә ярҙамсыл, асыҡ күңелле булыуы, һөнәренә тоғролоғо, балаларҙы һөйөүе менән халыҡ  араһында оло абруй ҡаҙана Ғафури районы ҡыҙы,  Балтас килене Гөлсирә Мөҡимова.

Башҡорт халҡының боронғо  йолаларын тергеҙеү, данлыҡлы шәхестәренең тормош юлын өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү, милли-мәҙәни,  тарихи мираҫыбыҙҙы  һаҡлап ҡалыу кеүек оло маҡсаттарҙы алдына ҡуйып, “Тамсылар” балалар театр коллективын ойоштора.  Район ерлегендә тыуып үҫкән, тарихта  юйылмаҫ эҙҙәр  ҡалдырған  шәхестәрҙең образдарын тергеҙеп, халыҡҡа күрһәтә,  ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереп,  урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеп,  сәхнәгә ҡуя. 

Гөлсирә Хөрмәт  ҡыҙының  тынғыһыҙ холҡона, ойоштороу һәләтенә, туған теленә, башҡорт әҙәбиәтенә булған һөйөүенә, балалар һәм ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, уларҙы республика  конкурстарында ҡатнашырға  әйҙәй һәм  әҙерләй белеүенә һоҡланырлыҡ, остаз педагог  булараҡ, өлгө алырлыҡ,  ғорурланырлыҡ. 

Фирғәт Нәбиуллин.

Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова
Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: