Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Ғинуар 2020, 13:07

Уңыштар һеҙгә, йәш сәсәндәр!

«Урал батыр» эпосын башҡорт телендә һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең район конкурсы башланды.

Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, пропагандалауҙы, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле конкурс Асҡын 2-се мәктәбендә үтә.
Район мәғариф бүлеге ярҙамы менән ошо белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән сараны 6А класы уҡыусылары Азалия Шаһиева менән Азамат Имаев алып бара. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең сығышын район мәғариф бүлеге методисы Мөнзилә Әхмәтова етәкселегендә абруйлы жюри баһалай.
Уҡыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү барышында дүрт минут эсендә образдарға инеп, төрлө уйын ҡоралдарында уйнау, йыр-бейеүгә оҫталығын да күрһәтергә тейеш.
Бәйгелә 19 уҡыусы ҡатнаша.
Йәш сәсәндәргә уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.

Читайте нас: