Борай 1-се мәктәбе уҡыусыһы Тимур Фәйзуллин “Әгәр мин банк президенты булһам, беренсе сиратта ниндәй хеҙмәт тәҡдим итер инем” тигән номинацияла еңеп, Мәскәүгә барып, бүләктәр алып ҡайтты. Борай 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Айназ Арысланов та хат яҙғайны. Федераль этаптағы жюри комиссияһы ағзалары уның “Бәхетле ғаилә рецептары” темаһын асҡан ижади эшен юғары баһаланы. Конкурсҡа илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән килгән 70 мең хат араһынан Айназдың эше һайланып, 2-се урын бирелде. Тағы ла төбәк этаптағы конкурста район мәктәптәренән һәм күрше райондарҙан тиҫтәләгән уҡыусы еңеүсе тип табылды һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Рәсәй почтаһы ойошторған бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ҡотларға Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Андрей Ширяев килде. Ул балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Республика дәрәжәһендә призлы урындар яулаған уҡыусылар иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Фәрит Хужин менән Борай почтамты начальнигы Эльза Шәймиева ҡотлау сығышында уҡытыусыларға, балаларға рәхмәт һүҙҙәрен һәм ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе.