Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Декабрь 2019, 18:47

Иғтибар: конкурс иғлан ителә!

“Йәнтөйәк” гәзите 14 декабрь — Башҡорт теле көнөнә арнап, “Башҡортса уҡырға яратам” конкурсын иғлан итә. ❗❗❗Конкурстың шарттары:❗❗❗ 1. һылтанма буйынса инергә; 2. Беҙҙең төркөмгә ҡушылырға; 3. Беҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөнә башҡорт телендә яратып уҡыған әҫәрегеҙ тураһында фекерҙәрегеҙҙе, тәьҫораттарығыҙҙы белдереп, эссе формаһында 10-15 һөйләм һәм ошо яратҡан китабығыҙҙы тотоп фотоға төшөп ебәрергә кәрәк. Унда үҙегеҙҙең ҡарашығыҙҙы, күтәрелгән проблеманың мөһимлеге һәм көнүҙәклеге хаҡында ла яҙыу мотлаҡ. Исем-шәрифегеҙ, йәшәгән, уҡыған йәки эшләгән урынығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. Конкурсҡа эштәр 9 декабргә тиклем ҡабул ителә. Артабан 10-ынан 13 декабрҙең 15.00 сәғәтенә тиклем тауыш биреүҙәр үтәсәк. Еңеүсене билдәләгәндә “Бәйләнештә”ге лайктар түгел, ә “Йәнтөйәк” гәзите сайтындағы ҡарауҙар (просмотрҙар) һәм эсселә авторҙың үҙ ҡарашын теүәл еткерә алыуы, фекерләү ҡеүәһе иҫәпкә алынасаҡ.Еңеүсене иҫтәлекле бүләк көтә.

“Йәнтөйәк” гәзите 14 декабрь — Башҡорт теле көнөнә арнап, “Башҡортса уҡырға яратам” конкурсын иғлан итә.


❗❗❗Конкурстың шарттары:❗❗❗


1. һылтанма буйынса инергә;

2. Беҙҙең төркөмгә ҡушылырға;

3. Беҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөнә башҡорт телендә яратып уҡыған әҫәрегеҙ тураһында фекерҙәрегеҙҙе, тәьҫораттарығыҙҙы белдереп, эссе формаһында 10-15 һөйләм һәм ошо яратҡан китабығыҙҙы тотоп фотоға төшөп ебәрергә кәрәк. Унда үҙегеҙҙең ҡарашығыҙҙы, күтәрелгән проблеманың мөһимлеге һәм көнүҙәклеге хаҡында ла яҙыу мотлаҡ.

Исем-шәрифегеҙ, йәшәгән, уҡыған йәки эшләгән урынығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ.


Конкурсҡа эштәр 9 декабргә тиклем ҡабул ителә. Артабан 10-ынан 13 декабрҙең 15.00 сәғәтенә тиклем тауыш биреүҙәр үтәсәк. Еңеүсене билдәләгәндә “Бәйләнештә”ге лайктар түгел, ә “Йәнтөйәк” гәзите сайтындағы ҡарауҙар (просмотрҙар) һәм эсселә авторҙың үҙ ҡарашын теүәл еткерә алыуы, фекерләү ҡеүәһе иҫәпкә алынасаҡ.

Еңеүсене иҫтәлекле бүләк көтә.
Читайте нас: