Акция барышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында биографик мәғлүмәттәрҙең тулы исемлеген туплау күҙаллана. Республика халҡын музей, мәктәп, ғаилә архивтарында һаҡланған мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға саҡыралар. Йыйылған материалдар буйынса “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән биографик белешмә әҙерләп нәшер итеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект барышында дивизия яугирҙәренең иҫтәләгенә уларҙың тыуған ерендә мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу, мәктәптәрҙә һәм музейҙарҙа стендтар ойоштороу, телерадиомарафондар үткәреү ҡарала. Республика буйлап авто- һәм ат уҙышы ойоштороласаҡ, 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” акцияһында Башкавдивизия вариҫтарынан торған айырым отряд төҙөләсәк.
Анкеталар “Бәйләнештә” социаль селтәрендә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында урынлаштырылған. Тултырылған анкетаны
[email protected] электрон адресына йәки 450015, Өфө, Революцион урам, 43, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (“Шайморатов вариҫтары” акцияһы) адресы буйынса почта аша ебәрергә.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Хөкүмәте, ҡала, район хакимиәттәре, Милли музей, Республика Хәрби дан музейы, йәмәғәт, ирекмән һәм милли-мәҙәни ойошмалар үткәрә.
Фото: “Башинформ” Мәғлүмәт агентлығынан.