Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Октябрь 2019, 19:05

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Гәзитебеҙ иғлан иткән “Мин “Йәнтөйәк”кә яҙылдым. Ә һин?» флешмобы көндөҙгө сәғәт 3-тә тамамланды. Унда барлығы 35 кеше ҡатнашты. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң күп лайкты (599) Солтанбәк ауылынан Фәнзилә Суфиянова йыйҙы. Солтанай ауылынан әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ Рәйсә Сәләхетдинова 525 лайк йыйып, икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урында — Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусыһы Руфина Мостафина (470 лайк).

Флешмобта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да шулай әүҙем булып, гәзитебеҙ ойошторған сараларҙа ихлас ҡатнашығыҙ. “Йәнтөйәк” менән бергә булығыҙ!
Читайте нас: