Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, алдынғы эш алымдарын таратыу, урман киҫеүселәрҙең һөнәри оҫталығын арттырыуға йүнәлтелгән бәйгене “Асҡын урман хужалығы” дәүләт автоном учреждениеһы “Асҡын урман сәнәғәтселәре” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы ярҙамында район хакимиәте менән берлектә ойошторҙо.
Сараны асып, район хакимиәте башлығы Ришат Дихин урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ришат Марат улы урманға бай булған районыбыҙҙа бындай бәйгене үткәреүҙе йолаға әйләндереп, йыл да ойошторорға тәҡдим итте.
Конкурс биш этаптан тороп, бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булды. Унда барлығы 10 кеше ҡатнашты. Уларҙың һигеҙе — “Асҡын урман сәнәғәтселәре”нән, береһе -— "Асҡын урман хужалығы"нан, береһе — “Кәримов М.” шәхси предприятиеһынан.
Урман киҫеүселәр ағас йығыу, ботаҡтарҙы киҫеү, бензобыҫҡыны эшкә әҙерләү, ағасты теүәл һәм ҡатнаш тумарҙарға тураҡлауҙа ярышты. Ағас йығыу урманда башҡарылды, ә ҡалған дүрт биремде бәйгеселәр район хакимиәте алдында махсус әҙерләнгән майҙансыҡта үтәне.
Конкурстың абсолют еңеүсеһе булып “Асҡын урман хужалығы”нан Радмир Хөснийәров танылды. Ул шулай уҡ “Ағас йығыу” һәм “Бензобыҫҡыны эшкә әҙерләү” номинацияларында ла еңеү яуланы.