Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Сентябрь 2019, 14:46

5 октябрҙә Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнөнә килегеҙ!

2019 йылдың 5 октябрендә Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнөндә район гәзиттәре уҡыусылары араһында түбәндәге номинациялар буйынса конкурстар ойошторола:

“Иң өлгөр” (был көндө гәзиткә беренсе булып яҙылыусы),

“Алдынғы ҡарашлы” (беҙҙең менән социаль селтәр аша хеҙмәттәшлек итеүсе иң әүҙем ауыл хәбәрсеһе),

“Иң шаян” (гәзит тураһында анекдот һөйләүсе),

“Спорт һөйөүсе” (спорт төрҙәрендә әүҙем ҡатнашыусы).

Ә кем “Иң тоғро уҡыусы” (район гәзитенең иң иҫке һанын алып килеүсе), “Күңелендә илһам шишмәһе” (гәзиткә бағышлап шиғыр, мәҡәлә яҙыусы), “Кәңәшең менән уртаҡлаш” (эшсәнлегебеҙҙе яҡшыртыу буйынса фекерҙәре, кәңәштәре менән уртаҡлашыусы), “Мин һәм яратҡан гәзитем” (гәзитебеҙ менән үҙенсәлекле итеп фотоға төшөүсе), “Район уҡыусы объективынан” (автор фотолары ебәреүсе, мәҫәлән, балалар ялы, йәш, спорт, хеҙмәт һөйөүсе ауыл, ял урыны, матур ихата темаларына) номинацияларында ҡатнаша, ижад емештәрегеҙҙе 2019 йылдың 1 октябренә тиклем редакцияға килтерегеҙ, йәиһә [email protected] электрон почтаһына, ”Бәйләнештә”(https://vk.com/id373097408), “Класташтар”(https://ok.ru/feed) төркөмөнә ебәрегеҙ. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла.
Читайте нас: