Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Сентябрь 2019, 12:31

Солтанбәктәр айыҡ тормошто һайлай

#АйыҡАуыл2019 #АсҡынРайоны“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар әленән-әле үтеп тора. 11 сентябрь — Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уңайынан “Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ, дуҫтар, эскелекте!” тигән девиз аҫтында акция үтте.

Сарала бәләкәйҙәрҙән алып оло йәштәгеләргә тиклем әүҙем ҡатнаштылар. “Йәйғор” балалар баҡсаһында “Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух” тигән иртәлек ойошторолһа, мәктәп уҡыусылары менән айыҡ тормошто пропагандалап, эскелеккә ҡаршы йүнәлтелгән кластан тыш сара үтте. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы урындағы халыҡ менән “Мин йәшәүҙе һайлайым” тигән сара ойошторҙо. Солтанбәк ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәнил Шәрәфетдинов айыҡлыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, солтанбәктәрҙе айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Һабантуй майҙанында айыҡ тормошто пропагандалап йырҙар йырланды, сығыштар тыңланды, төрлө уйындар, эстафеталар ойошторолдо. Солтанбәктәр тәбиғәт ҡосағында бергәләп сәй әҙерләп, өҫтәл артында киләсәккә пландар ҡороп, рухланып таралышты.








Читайте нас: