Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Сентябрь 2019, 12:24

Иғтибар: “Йәнтөйәк” гәзите флешмоб иғлан итә!

1 октябрҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Мин “Йәнтөйәк”кә яҙылдым, ә һеҙ?” тигән флешмобҡа старт бирәбеҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2020 йылға матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды. 5 октябрҙә район үҙәге Асҡында “Халыҡ-ара матбуғат көнө” сиктәрендә ҙур байрам үткәреү планлаштырыла.

Сара сиктәрендә “Йондоҙ менән зарядка”, республика һәм район гәзит-журналдары тураһында викторина, республика гәзит-журналдары вәкилдәре сығышы, төрлө конкурстар, йәрминкә, таҡмаҡтар конкурсы, 80-се йылдар дискотекаһы үткәреү күҙаллана.

1 октябрҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Мин “Йәнтөйәк”кә яҙылдым, ә һеҙ?” тигән флешмобҡа старт бирәбеҙ. Унда ҡатнашыу өсөн һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 1 октябргә тиклем 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк”кә яҙылып, квитанция һәм гәзитте тотоп, фотоға төшөп ебәрергә кәрәк була. Артабан, флешмобҡа старт бирелгәс, фотолар лайктар йыйырға тейеш. Еңеүсене ошо лайктар һаны буйынса билдәләйәсәкбеҙ һәм 5 октябрҙә үтәсәк “Халыҡ-ара матбуғат көнө”ндә тәбрикләп, бүләк тапшырасаҡбыҙ.

Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән фотолар көтәбеҙ!

Таҡмаҡтар конкурсында ҡатнашыу өсөн район һәм республика гәзит-журналдары тураһында таҡмаҡтар яҙып, уларҙы ошо байрамға килеп , йырлап күрһәтергә кәрәк була.

“Халыҡ-ара матбуғат көнө”нә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, 2-10-35, 2-18-50, 2-10-48 телефондарына шылтыратып белешә алаһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Читайте нас: