Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Сентябрь 2019, 17:30

14-ендә мәктәп йәрминкәһенә килегеҙ!

14 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Асҡын ауылының Ленин майҙанында тематик шәмбе сиктәрендә “Татыу ғаилә баҙары” тип аталған мәктәп йәрминкәһе үткәрелә.

Сараның маҡсаты — ата-әсәләрҙең балалары менән бергә сауҙа итеүен ойоштороу.

Йәрминкәлә “Бөтә ғаилә менән мәктәп йәрминкәһенә”, Балалар ҡулы менән мөғжизә”, “Иң яҡшы һатыусы”, “Иң матур сауҙа урыны”, “Үҙенсәлекле тауар”, “Иң күп килем”, “Сауҙа урынын иң яҡшы әҙерләгән өсөн”, “Иң бай ассортимент”, “Иң яҡшы хеҙмәтләндереү мәҙәниәте өсөн”, “Көҙ рухы”, “Театр йылын иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн”, “Сауҙа урынын әҙерләүгә ижади ҡараш” номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Читайте нас: