Ҙур төҙөлөш гөрләгән һәм төҙөкләндереү эштәре йылдам барған ауылда халыҡ тарафынан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән саралар ҙа йыш уҙғарыла. Ҡышлауйылғалар үҙ ҡулдары менән етеш тормош, муллыҡ, именлек тыуҙырып, матурлыҡҡа ынтылып йәшәй.
Халыҡ тарихты өйрәнә, нәҫел тамырҙарын барлай, легенда һәм риүәйәттәрҙе йыйып, тергеҙә.
“Изге шишмә” тураһында риүәйәттәр ҙә быуындан-быуынға тапшырыла. 18-се быуат аҙағында мәккәнән хаж ҡылып Көнгәккә ҡайтып барыусы бер хажи юлда ҡапыл сирләп, вафат була. Уны Ҡышлауйылғанан өс саҡрым алыҫлыҡта табалар һәм шул урында ерләйҙәр. Икенсе көндө килһәләр, хажи ҡәберенән алыҫ түгел шишмә сығыуын күреп, таң ҡалалар. Уны халыҡ “Изге шишмә” тип йөрөтә башлай.
(Ҡышлауйылға ауылы тураһында тулыраҡ материалды “Йәнтөйәк” гәзитенең 17-се һанында уҡый алаһығыҙ).