“Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабына заявкалар ҡабул итеү тамамланды. 53 райондан барлығы 400 ауыл беренсе этапта ҡатнаша. Улар араһында районыбыҙҙың 15 ауылы ла бар. Конкурсҡа әҙерлек барышы тураһында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы, белеүебеҙсә, асҡындар был конкурста беренселәй генә ҡатнашмай. Шулаймы?
— Бик дөрөҫ. Беҙҙең район был конкурста беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Проект башланып ҡына торған саҡта, Төлгөҙбаш ауылы ҡатнашҡайны. Сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған бик матур саралар үткәрелгәйне ауылда.
— Был юлы асҡындар бигерәк тә әүҙемдәр...
— Районыбыҙҙа старт бирелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсына асҡындар иң беренселәрҙән булып ҡушылғайны. Үршиҙе, Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан ауылдары вәкилдәре был хаҡта Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышында уҡ белдергәйне. Артабан ҡалған ауылдар ҙа әкренләп ҡушыла башланы. Бөгөнгә сәләмәт тормошто пропагандалаған республика конкурсында райондың 15 ауылы үҙҙәренең айыҡ тормош менән йәшәргә ихтыярын белдерҙе. Улар — Асҡын ауыл Советынан — Төлгөҙбаш ауылы, Ҡубияҙҙан — Маталы, Урмияҙҙан — Үршиҙе, Ҡашҡанан — Әмир, Иҫке Ҡаҙансынан — Башҡортостан, Ключиҙан — Күсән, Мутабаштан — Йәнкиҫәк, Петропавловканан — Ереклешишмә, Арбаштан — Шишмә-Үрәкәй, Яубүләктән — Яңы Ҡарткиҫәк, шулай уҡ Ҡышлауйылға, Солтанбәк, Көнгәк, Ҡарткиҫәк, Табаҫҡытамаҡ ауылдары ла бар. Айыҡлыҡҡа юл алыу башланды, тип ышаныслы әйтеп булалыр.
— Ойоштороусылар тарафынан еңеүселәргә ҙур ғына дәртләндереү саралары ҡаралған..
— Әйе, конкурста еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломын һәм аҡсалата премия ала: беренсе урын — 500 мең һум; икенсе урын — 250 мең һум; өсөнсө урын — 150 мең һум. Аҡсалата бүләк ауыл биләмәһенә бирелә. Шулай уҡ йәнә финалға үткән 12 конкурсант 25 мең һум аҡса һәм диплом менән бүләкләнәсәк.
— Конкурсты ойоштороусылар көрәште эскелеккә ҡаршы түгел, ә айыҡлыҡ өсөн алып барырға тигән фекерҙә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
— “Айыҡ ауыл” конкурсы эскелеккә ҡаршы көрәш түгел, ул – айыҡлыҡты пропагандалаусы, айыҡ тормош яҡлы бәйге. “Айыҡ ауыл” конкурсының төп маҡсаты ла ошоға ҡайтып ҡала — кешеләр аңына айыҡлыҡтың тормош нормаһы булыуын һеңдереү. Бының өсөн айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауҙы киң йәйелдерергә, етәкселәргә, ололарға айыҡлыҡ өлгөһө күрһәтергә, йәштәр араһында айыҡлыҡты модаға индерергә кәрәк.
— Иман бар ерҙә әҙәп, сәләмәт тормош бар, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
— Тулыһынса килешәм. Сәләмәт тормошҡа әйҙәүҙә иман йортоноң роле ҙур. Һуңғы ваҡытта дин юлына баҫыусылар арта. Бигерәк тә йәштәр иманға тартыла, мәсеткә йөрөй. Был бик һөйөнөслө күренеш. Районыбыҙҙа мәсеттәр тулы ҡеүәтенә эшләгән ауылдар күп. Миҫалға Ҡарткиҫәкте алырға мөмкин. Бик күп йылдар сәләмәт тормошто пропагандалап, айыҡлыҡ өсөн көрәшәләр. Ауылда дин көслө. Халыҡ ҙур теләк менән мәсеткә йөрөй. Ауылда “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, дини байрамдар ҙур әҙерлек менән үтә, тыуған яҡ тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ҡөрьән аяттарын яттан уҡыусылар ярыштарын ойоштороу ҙа йолаға әйләнде. Был сара сүрәләр ятлау, ғәрәп телендә уҡыу һәм яҙыуҙы ла үҙ эсенә ала. Үткән аҙнала ғына Ҡышлауйылға ауылында ла өр-яңы мәсет үҙ ишектәрен асты. Әйткәндәй, ҡышлауйылғалар “Матур ауыл” республика конкурсында ла ҡатнаша. Солтанбәк, Әмир ауылдарында ла эш әүҙемләште. Халыҡ өмәләр үткәрә, сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар ойоштора, йылға-күлдәрҙе таҙарта, шишмәләрҙе төҙөкләндерә, эскән ғаиләләр менән тәрбиәүи эш алып бара, йәштәргә матур өлгө күрһәтә.
— Сәләмәт, айыҡ йәшәүҙе тормош девизы итеп алған йәштәребеҙ күп, тип әйтә алабыҙмы?
— Әлбиттә, ғорурланып әйтә алабыҙ. Районыбыҙҙа иманлы, татыу, уңған, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, күп бала табып, уларҙы иманлы, рухлы, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләүе үтә лә һөйөнөслө. Хәҙер бергәләп улар мәсеткә йөрөй, мәктәптә үткән сараларҙа ҡатнаша. Шулай ауылдарға ҡот, иман ҡайта, шуға күңел һөйөнә.
— Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы, был конкурста ҡатнашыуҙан ниндәй һөҙөмтә көтәһегеҙ?
— “Айыҡ ауыл” конкурсының иғлан ителеүе бер аҙ һүрелә төшкән йәмәғәт эштәрен йәнләндерер, һөҙөмтәһе лә тосораҡ булыр, тип уйлайым, сөнки конкурстың финанс яғынан нығытылыуы, Хөкүмәт тарафынан контролгә алыныуы һәм ошо эшкә янып, ҙур дәрт һәм яңы тәҡдимдәр менән тотонған шәхестәрҙең күп булыуын күрәм. Айыҡ тормош алып барыу йәһәтенән урындағы ағинәйҙәр менән аҡһаҡалдар ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Тағы ла “Айыҡ ауыл” конкурсы урындағы үҙидара органдарының халыҡ араһында эскелек кимәлен түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегендә ыңғай тәжрибәне асыҡларға һәм дөйөмләштерергә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм.
Эскелек, әлбиттә, тиҙ генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әммә тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, был хәрәкәт тә ҡасандыр үҙенең маҡсатына өлгәшәсәк. Ә инде был яуызлыҡҡа, еңеп булмай, тип, ҡул һелтәп ҡуйһаҡ, халыҡ битарафҡа әйләнәсәк. Эскән, көмөшкә һатҡан кешеләр бар. Уларҙың исемдәре, адрестары билдәле. Бөгөн йәмәғәт ойошмалары, полиция хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында рейдтар үткәрелә. Улар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Әлегә дүрт-биш ауылда аңлы рәүештә халыҡ тарафынан әүҙем эш башҡарыла.
— «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға теләп тә, баҙнат итмәгәндәргә нимә әйтер инегеҙ?
— Уйҙарҙың матдиләшеүе бер кемгә лә сер түгел һәм шуға ла һәр саҡ оптимистик рухта булырға кәңәш ителә. Ҡасан да булһа, ниндәй ҙә булһа яңы эшкә тотонғанда ла барыбер ҙә беренсе аҙымды яһарға кәрәк. Шуға күрә, ваҡытты бушҡа һуҙғансы, бөгөн үк ошо бер аҙымды яһап ҡуйыу яҡшыраҡ. Хатта район кимәлендә еңеү яулай алмағанда ла, әгәр ошо эштән ҡәнәғәтлек алаһың икән, был да үҙенә күрә бер еңеү ул. Үҙ-үҙеңде, баҙнатһыҙлығыңды еңеү.
— Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы, яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.