Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Август 2019, 17:01

“Йәйғор” ҡанаттар ҡуя

Борай районында республиканың һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналған “Йәйғор” балалар-үҫмерҙәр ижады республика конкурсы үтте.

Сара йылдан-йыл сағыуыраҡ үтә, ҡатнашыусы үҫмерҙәр һәм балалар һаны ла арта бара. Быйыл конкурсҡа Балтас, Благовар, Балаҡатай, Ғафури, Тәтешле, Дыуан, Илеш, Иглин, Борай, Мишкә, Миәкә райондарынан, Өфө, Ағиҙел, Ишембай, Бөрө, Салауат, Яңауыл ҡалаларынан 7-17 йәшлек 250-нән артыҡ йәш йырсы, бейеүсе, нәфис һүҙ оҫтаһы килгәйне.
Бәйгенең беренсе көнөндә конкурсанттарҙы, уларҙың етәкселәрен һәм ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов сәләмләне. Рөстәм Әхмәт улы ҡыҙҙар һәм малайҙарға сығыштарында уңыштар теләне. “Сәнғәт иленә аяҡ баҫҡанһығыҙ икән, тимәк һеҙ — тырыштар, уңғандар һәм булғандар. Ә ундайҙар тормошта мотлаҡ үҙ урынын таба”, — тине ул.
Балаларҙың сығышына таң ҡалырлыҡ — уларҙағы таланттың сиге юҡ, ҡыйыулыҡтарына һоҡланып бөтә алмайһың, матурлыҡтарына күҙ генә теймәһен. Исемдәре билдәле мәртәбәле жюри ағзалары булған Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, профессор Фәрхәнә Сәғитова һәм Рәсәй, Башҡортостан композиторҙар берлеге ағзаһы Нур Дауытов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, заманса һәм джаз бейеүҙәре өлкән уҡытыусыһы Эльмира Зиннәтуллина, БР-ҙың халыҡ артисы, радио- һәм теле- алып барыусы Александр Кузьменко, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика Халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмурзина, әйҙәүсе методисы Гөлнара Бадалова ҡаршында сығыш яһарға, уларҙы таң ҡалдырырға күпме һәләт һәм ҡыйыулыҡ кәрәк.
Борай районы балалары һис кенә лә һынатманы. Бер генә сығыш та билдәләнмәйенсә ҡалманы. Беҙҙең кескәй таланттар үҙҙәрен йыр, бейеү, нәфис һүҙ, мода, уйын ҡоралдарында уйнау һәм сәнғәттең башҡа төрҙәрендә күрһәтте. Конкурс Гран-прийына үҙенең моңло тауышы менән күптән билдәле артистарҙан ҡалышмайынса йырлаған, бик күп конкурстар һәм бәйгеләрҙә еңеү яулаған Зиннур Исламов (етәксеһе И. Әмирова) лайыҡ булды. Быйылғы “Йәйғор” бәйгеһендә, алдағыларынан айырмалы булараҡ, ике Гран-при тапшырылды. Икенсеһенә Салауат ҡалаһынан 15 йәшлек Артем Мизгуллин эйә булды. Ул сәнғәтле уҡыу жанры буйынса сығыш яһаны. Артем яҙыусы Василий Омельченконың “Чужой хлеб” хикәйәһен уҡып, тамашасының да, жюриҙың да һөйөүен яуланы. Еңеүселәр араһында борайҙар күп ине. 2-се дәрәжә лауреат исеме өлгөлө “Ынйы” бейеү (етәкселәре О. Похващева, И. Хәтмуллин) һәм фортепиано ансамблдәренә (Э. Хәсәнова) бирелде. Беҙҙең балалар араһында төрлө номинациялар алыусылар ҙа байтаҡ булды.
Читайте нас: