Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Август 2019, 11:43

Айыҡтарға – 500 мең

“Айыҡ ауыл” бәйгеһе республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман уятты.

Ошо хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат сараһында ла әйтеп үттеләр. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова:


– Бәйгенең төп маҡсаты: кешеләрҙең йәшәү рәүешен формалаштырыу. Беҙ матур, таҙа, төҙөк ауылдар, ыңғай миҫалдар яҡлы. Республика әлеге ваҡытта контрафакт алкоголь менән көрәш йәһәтенән алдынғы урында бара. Ярты йыл эсендә 250 мең литр самаһы контрафакт алкоголь тартып алынған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был күпкә һөҙөмтәле эшмәкәрлек билдәһе. Әлеге ваҡытта йәмәғәтселек әүҙемлеге күтәрелгәнен күҙәтәбеҙ. Был проект ошо әүҙемлекте дәртләндерегә йүнәлтелгән дә, – тине.


Әлеге ваҡытта бәйге дауам итә, район этабында ҡатнашырға теләүселәр 15 августҡа тиклем ғариза тапшырырға тейеш. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкән ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы саралар үткәреләсәк, аңлатыу эштәре алып барыласаҡ. Бәйгенең икенсе этабында муниципаль кимәлдә еңгән ауылдар көс һынашасаҡ, был саралар сентябрҙән 30 ноябргә тиклем барасаҡ. Республика этабына ғаризалар 1 декабрҙән ҡабул ителә. Бәйге һөҙөмтәләре киләһе йылдың мартында иғлан ителәсәк.


Өс еңеүсе ауыл билдәләнәсәк. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 250 мең һум, өсөнсөгә – 150 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған. Был аҡса ауыл мәнфәғәттәре өсөн файҙаланыласаҡ. Унан тыш, сарала әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм шәхестәр ҙә билдәләнәсәк. Улар араһында сәләмәт тормош рәүешен, “Айыҡ ауыл” акцияһын пропагандалаған пенсионерҙар ҙа, сәхнә һәм спорт йондоҙҙары ла, журналистар ҙа булыуы ихтимал.


Автор: Г. Балтабаева


Читайте нас: