Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Гөлфиә һәм Мәүләүи Сабировтар ғаиләһендә оло мал һуйып, һуғым ашы үткәрәләр. Өмәгә хужаларҙың туғандары, күрше-күләндәре саҡырыла.
Ир-ат малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙ ҡатнашмай, тиреһен һыҙырып бөткәс кенә, һуғым урынына барып, эштең аҙағынаса ярҙам итә.
Йола буйынса, һуйғанда ярҙамлашҡан кешеләрҙе, туғандарҙы Сабировтар кис Һуғым ашына йыя. Йола байрамын үткәрергә урындағы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итә.
Һуғым ашына ауыл имамы Рөстәм Заһир улы фатиха биргәс, һәр кем хужаларға изге теләктәрен әйтеп, һуғым итенән, өҫтәлдәге милли ризыҡтарҙан ауыҙ итә. Байрам йыр-бейеүҙәр, уйындар менән үрелеп бара. Табын артында йәнле һөйләшеүҙәр ҙә, көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалмай. Малды салған йорт хужаһы ла өмәселәргә рәхмәт әйтеп, сығыш яһай.
Табын һуңында ҡатын-ҡыҙҙар мөнәжәт әйтә, артабан бергәләп ил-көнгә именлек, халыҡҡа сәләмәтлек, торған ергә бәрәкәт теләп, доға ҡылалар. Киләһе йылда ла малдарының ишле, һуғымдың һимеҙ булыуын теләп, ҡунаҡтар өйҙәренә таралыша.
Наилә Имаева.