Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
17 Ноябрь 2021, 16:05

Афарин, ҡариҙелдәр!

«Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле «Байыҡ-2021» республика конкурсында еңеүсе булды.

Афарин, ҡариҙелдәр!
Афарин, ҡариҙелдәр!

Өфөлә 14-се тапҡыр 2021 йыл еңеүселәрен асыҡлаусы башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусылар араһында “Байыҡ” республика конкурсының финалы үтте. Ҡариҙел районы данын мәртәбәле бәйгелә “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле солисы – студент Рөстәм Мирфаязов һәм өлкән йәштәге төркөм яҡланы.

Жюри иғтибарына Рөстәм — “Урмансы” бейеүен, ә ҡатын-ҡыҙҙар “Ураҡ өҫтөндә” исемле шаян бейеү тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар коллективы 1-се урын яуланы, ә Рөстәм Мирфаязов “Соло” номинацияһында 3-сө урынға сыҡты.

Бүләкләү тантанаһында ҡариҙелдәр дипломдар һәм приздар менән билдәләнде, етәкселәре Рәфилә Мөнироваға уңышлы эше, йәш быуынға музыкаль-эстетик тәрбиә биреүгәне һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды.

Люция Карамова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: